«Ҡунаҡтар һабантуйға кистән туғандарына килеп ҡунған, ә ҡайһы берҙәре байрам көндө иртән килгән, таныштарында туҡтаған йәки тура майҙанға барған. Ул ауыл эргәһендәге берәй ҡалҡыулыҡта урынлашҡан. Уның уң яғынан ярым түңәрәк булып киндер сатырҙар ҡуйылған йәиһә ҙур булмаған ҡайындарҙан ярым түңәрәк ҡоролған. Ҡайын күләгәһе йәки япма аҫтында хөрмәтле ҡунаҡтар һәм хужалар ултырған: бында улар сәй эскән, көрәш барышын һәм башҡа ярыштарҙы күҙәткән.
Халыҡ майҙанға төштән һуң, ҡарттар мәсеттә намаҙ уҡып сыҡҡас, йыйылған. Майҙан уртаһында көрәш башланған. Унда көрәшселәр, өҫкө күлдәктәрен һалып, еңдәрен һыҙғанып, билбауҙы бер-береһенең арҡаһы аша ташлап, ә остарын ҡул суғына урап алыша башлаған. Аяҡтарын тарбайтып баҫып, бер-береһенең таһыллығын һәм көсөн һынап, улар көрәштәшен ҡалаҡ һөйәгенә һалырға маташҡан. Әкертен генә бер урындан икенсеһенә күсеп, бер-береһен йә бер яҡҡа, йә икенсе яҡҡа бороп, йәки сүгеп, ҡаршылашын башы аша ташларға маташҡан. Килеп сыҡһа, уны күкрәгенә ҡыҫып, бөтә тәне менән тотоп торған».