Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК

Башҡорт халыҡ йыры

«Ашҡаҙар»

ОҘОН КӨЙ
Ашҡаҙар – Башҡортостандың
үҙәк өлөшөндәге йылға, Ағиҙел
йылғаһының һул ҡушылдығы.
Йырҙың һүҙҙәре һәм көйө тәүге тапҡыр С.Г. Рыбаков тарафынан 1894 йылда Ырымбур губернияһы Орск өйәҙе Юлыҡ ауылынан Абдрахман Дәүләтов һүҙҙәренән, шулай уҡ Мәсем тауындағы йәйләүҙә Лоҡман Ишморатовтан түбәндәге иҫкәртеүҙәр менән яҙып алына:
«Ашҡаҙар – Стәрлетамаҡтан түбәнерәк Ағиҙел йылғаһына ҡойған йылға. Башҡорттар был йырҙы һунарға юлланғанда йырлай». «Бынан 70 йыл элек Стәрлетамаҡтан түбәнерәк Ағиҙел йылғаһына ҡойған йылға буйында, Айыусы ауылында Шәмсетдин исемле башҡорт йәшәгән һәм ниндәйҙер бәхетһеҙлеккә осрап һәләк булған, уның ҡатыны Бай Солтан уның рухына ошо йырҙы уйлап сығарған».

Сергей Гаврилович Рыбаков
Этнограф, фольклорсы.
Тарих, тыуған яҡты өйрәнеү, фольклористика һәм музыкаль этнографияны үҫтереүгә өлөш индергән.
С.Г. Рыбаков тарафынан 1894 йылда яҙып алынған «Ашҡаҙар» йыры һәм көйөнөң тәүге яҙмаһы. С.Г. Рыбаковтың «Урал мосолмандарының музыкаһы һәм йырҙары»
китабында 1897 йыл донъя күргән.
Йырҙың барлыҡҡа килеүенең ҡыҫҡаса йөкмәткеһен Ғабдулла Туҡай 1910 йылда Ҡазан ҡалаһында донъя күргән «Халыҡ әҙәбиәте» лекцияһында биреп ҡалдыра.

1915 йыл сәсән Мөхәмәтша Буранғолов «Шура» журналында Ғүмәр исемле ахундан тороп ҡалған йыр һүҙҙәре һәм легенда варианты ҡулъяҙмаһын баҫтыра. 1917 йыл шундай уҡ исемле пьеса яҙа, 1919 йыл был әҫәр сәхнәләштерелеп Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Башҡорт драма театрында асыла.
Һуңғараҡ Х.Ф. Әхмәтов,
Л.Н. Лебединский, И.В. Салтыков,
Ғ.З. Сөләймәнов тарафынан йырҙың һәм риүәйәттең бер нисә варианты донъя күрә.
2018 йыл режиссер Зиннур Фәрит улы Сөләймәнов ҡуйған

спектаклдең яңы сәхнә версияһы. Сығанаҡ: ok.ru

Башҡорт халыҡ ижадының ярайһы уҡ киң таралған әҫәре булараҡ
«Ашҡаҙар» Р.С. Әхмәҙиева, Ф.Ә. Килдейәрова, Ә.С. Шайморатова
һ.б. кеүек байтаҡ профессиональ йырсыларҙың репертуарына ингән.
Йыр түбәндәге музыканттар тарафынан эшкәртелгән: Х. Ш. Заимов (1949),
Р. Ә. Мортазин тарафынан тауыш һәм фортепиано өсөн,
К. Ю. Рәхимов тарафынан симфоник оркестр өсөн.
1941 йылда А. А. Эйхенвальд Мөхәмәтша Буранғолов либреттоһы буйынса шул уҡ исемдәге опера яҙа.
Сюжет үҙәгендә – яратҡан ире һунарҙа
һәләк булған ҡатындың уның
иҫтәлегенә арнап
яҙған йыры.
Һүрәт сығанағы: livejournal.com
Йырҙың килеп сығыу тарихы былай:

Бер башҡорт түрәһенең яратҡан ҡыҙы була. Был бай яҡын дуҫы менән бик татыу йәшәй, ул һәр ҡунағының түрендә, ҡатышып йәшәйҙәр. Ул да бик бай кеше була, уның бер ҡыҙы һәм улы үҫә. Улы ҡыҙынан ике йәшкә олораҡ. Ул бәләкәйҙән түрәнең ҡыҙы менән бергә үҫә.

Түрә ҡыҙы һеңлеһе менән бер йәштә, улар икеһе лә бер көндә – береһе – таңда, икенсеһе – көндөҙөн тыуа. Таңдан тыуған түрә ҡыҙына Таңһылыу, ә көндөҙ тыуғанына Көнһылыу тип исем ҡушалар.
Бай улы йома көн тыуғанға уға Йомағол исемен бирәләр.

Был өсәү, бер туғандарҙай, бергәләп, шаярып-көлөп үҫә. Йәйен улар Ашҡаҙар буйының хәтфә яландарында йәйләй, тирмә ҡора, унан икенсе урынға күсә. Балалар үҫә. Ҡыҙға ун дүрт, егеткә ун алты тулғанда Таңһылыу менән Йомағол араһында мөхәббәт уты ҡабына. Улар тойғоларын йыр аша белдерә. Таңһылыу моңло йырсы була.

Йыш ҡына ул бейә һауғанда бәйләп ҡуйылған ҡолондарҙы йәлләп, үҙен дә шулар һымаҡ ата-әсәһе бәйләүендә ҡалған итеп хис итә, күңеле һағыш һәм моң менән тула, күҙҙәренән йәштәр түгелә. Йома көнөндә тыуғанға Йомағол йыш ҡына йырҙарында йома һәм Ашҡаҙар һүҙҙәрен ҡуллана.
Таңһылыу йырҙарындағы Ашҡаҙар буйҙары менән һоҡланыу уның күңелендә лә йыр булып оҙон көйгә ағыла.


Ҡыҙының тулҡынланыуын атаһы ла тойомлай. Ҡыҙының йөрәгенә
һөйөү ҡунғанын аңлап, ул барыһы тураһында
ла кесе ҡустыһы Күсәрбайҙың ҡатыны аша белергә була.

Күсәрбайҙың ҡатыны Яҡшыбикә тиҙ арала Таңһылыуҙың кемде яратыуын асыҡлай.
Шуға ла барыһы хаҡында ла Йомағолдоң атаһына һөйләй. Ул мәлдә Таңһылыуға ун һигеҙ, Йомағолға егерме йәш тулған була.
Майҙа никах үткәрәләр.

Түрә үҙенең ҡыҙын байыраҡ кешегә
бирергә уйлаһа ла, ҡыҙының теләген өҫтөнөрәк ҡуя.
Борон башҡорттарҙа кәләште никахтан һуң шундуҡ кейәү йортона оҙатмағандар.
Уға тиклем күп ваҡыт үтеп китер булған.

Һунар мәле еткәс Йомағол туратына атланып һунарға юллана. Ҡаршы яҡ ярҙа Йомағол шәшке күреп ҡала ла, уның артынан ынтыла, әммә йылға уртаһында боҙ уртаға ярылып, аты менән
бергә һыу төбөнә китә.
Һүрәт сығанағы : vk.com
Йомағолдоң бер нисә көн рәттән һунарҙан
ҡайтмауы яҡындарын борсоуға һала.
Уның һәләк булыуы тураһында хәбәр килеп етә.
Таңһылыу был юғалтыуҙы бик ауыр кисерә. Бәләкәйҙән иркәләнеп, яҡындарының һөйөүенә күмелеп үҫкән Таңһылыу һөйгәненең һәләк булыуы хаҡындағы хәбәрҙе ишетеп, аңын юғалта.
Ике ғаиләнең ҡайғыһы, уларҙың илау-әрнеүҙәре,
гүйә, күк йөҙөн тетрәтә. Тирә-яҡ ҡайғы-һағышҡа күмелә. Аңына килгәс, Таңһылыу бик оҙаҡ тыныслана алмай,
әсе күҙ йәштәре түгелә. Бер заман ул атаһына
әхирәттәрен бергә йыйырға теләүен әйтә. Көтөүсе
аша йәйләүҙәге барлыҡ ҡыҙҙарҙы йыялар. Таңһылыу уларҙан Йомағолға арнап йыр сығарыуҙарын үтенә.
Шул саҡ башҡорт күңеленән генә ағылырлыҡ аһәңле
моң тыуа. Шулай ҙа уларҙың береһе лә Таңһылыуҙың күңеленә хуш килмәй.
Һүрәт сығанағы:
almode.ru
Шул саҡ ул үҙе, күҙ йәштәренә күмелеп, әхирәттәрен аптыратып, «Ашҡаҙар» көйөнә йыр һуҙып ебәрә:

Йәнкәй-йәнем китте, ай, һунарға
Ашҡаҙарҡай буйына шәшкегә.
Шәшкеләргә китеп вафат булды,
Башҡынайым ҡалды ла йәш кенә.
Ҡайғы-хәсрәт өсөн үҫә икән
Ашҡаҙарҡай һыуының ҡамышы.
Шәшкеләргә китеп вафат булды,
Күңелкәйем өйкәй ҙә һағышы.
Бер ҡасан да ҡайғы-хәсрәт күрмәгән
Таңһылыу был ҡайғыны күтәрә алмай.
Сәскә кеүек нурлы йөҙө һарғая, бармаҡтары наҙлылығын юғалта.
Хәсрәттән тамам хәлһеҙләнеп ул түшәктән тора алмай.
Ата-әсәһе уның тәнендә саҡ-саҡ баҙлаған күмер утын һүндермәҫ өсөн иренен һыулап тора. «Күрәһең, шулай итеп ул Йомағолға биргән антына тоғро ҡалырға ҡарар иткән», – тигән фекергә килә улар.
Бер заман таң менән ул үҙенә бер юлы
биш ҡат күлдәк кейеп, Йомағол ҡәберенә юллана. Шунда уның күҙҙәре мәңгелеккә йомола.
Айҙар Гайдар улы Хөсәйенов
Рәсәй шағиры, драматург, тәржемәсе,
«Истоки» гәзетенең баш мөхәррире.
Айҙар Хөсәйенов «Мостай яҙмышы хаҡындағы йыр»
мәҡәләһендә былай тип билдәләй:

Ғәжәп, әммә был факт: 1812 йыл Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылында, Ватан һуғышы геройы, билдәле атлы командир Ҡаһым түрәнең тыуған ерендә, 2005 йыл рәхмәтле яҡташтары «Ашҡаҙар» йыры хөрмәтенә тағы ла бер таш һәйкәл ҡуйған. 1863 йыл һыуыҡ көҙөндә тап ошо ауыл кешеһе Шәмсетдин һыбай һунарға юлланған һәм әйләнеп ҡайтмаған. Уның ҡатыны Ҡансолтан үҙенең оло ҡайғыһын йырға һалған, ул күп тә үтмәй халыҡ йырына әүерелгән.
Гөлнара Вәлиева башҡара. Видео хужаһы: "Ҡурай ТВ".
Ҡулланылған әҙәбиәт:

  1. Рыбаков С. Г. Урал мосолмандарының музыкаһы һәм йыры көнкүреш очерктары (СПБ, 1897).
  2. Сөләймәнов Р.С. Урал халыҡ ижады гәүһәрҙәре. Өфө,1995.
  3. Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. Өфө, 1995.