Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
Башҡорт халыҡ йыры
«ӘРМЕ»

ОҘОН КӨЙ
Әрме хеҙмәте тураһындағы
йырҙар башҡорт йыр ижадының төп йүнәлештәренең береһен тәшкил итә.
Башҡортостандың кантондарға бүленеү осоронда (1798–1865) даими башҡорт ғәскәрҙәре ойошторола. Һәр икенсе йорттан ҡулында ҡорал тота алырлыҡ 17 йәштән
40 йәшкә тиклемге
бер ир кеше хеҙмәт итергә тейеш була.

Һүрәт сығанағы: pinterest.com

Халыҡты
хәрби хеҙмәткә йәлеп итеү
башҡорттар өсөн тәбиғи була.
Улар Рәсәй батшалығы иғлан иткән
төрлө хәрби походтарҙа күп
тапҡырҙар ҡатнаша.
XVII быуат башҡорт һыбайлылары К. Минин һәм Д. Пожарский халыҡ ополчениеһы сафында поляк интервенттарына ҡаршы һуғышалар.
1760 йылда Башҡорттар рус ғәскәрҙәре

сафында прусс короле Фридрих II ҡаршы

Ете йыллыҡ һуғышта ҡатнашып Берлинда була.

1771 йыл башҡорттар ҡалмыҡтарҙы Жуңғарияға күсеү осоронда (Торғут ҡасыуы) эҙәрлекләп бара.
Ә 1788–1790 йылдарҙа башҡорт полктары

Рус-швед һуғышында ҡатнаша.

Хәрби һуғыштарҙа ҡатнашыу башҡорт халыҡ йырҙарында асыҡ сағылыш таба, уларҙың бер өлөшө беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған.
Ул осорҙоң йыр ижады өсөн тәрән йөкмәтке, ваҡиғаларға фәлсәфәүи ҡараш, тормош ғәҙелһеҙлегенә ҡаршы нәфрәт һәм күңел
торошона бәйле тойғолар хас.
Йырҙарҙа исемһеҙ авторҙар үҙҙәрен борсоған
хис-тойғолары менән бүлешә. Тыуған яғы һәм яҡындары менән айырылыу һағышы, хәрби тормош ауырлығы һәм аяуһыҙлығы, ҡанлы бәрелештәр,
үлем һағалауы, яуҙағы еңеүҙәр һәм тыуған төйәгенә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыу шатлығы менән бүлешә улар. Айырыуса башҡорттарҙың Тобол һәм Урал йылғалары буйынан Каспийға тиклем һуҙылған Ырымбур һаҡ буйы һыҙығындағы һаҡ хеҙмәте тураһындағы йырҙары үҙенсәлекле. «Әрме» исемле киң таралған башҡорт халыҡ йыры тап ошонда ижад ителгән.
Әрме хеҙмәте 25 йыл дауам иткән,
шуға ла хеҙмәткә оҙатыу хушлашыу
рәүешендә булған.
Әрменән әйләнеп ҡайтҡан хәлдә лә һалдаттар йыш ҡына тыныс тормошҡа ҡулайлашып китә алмаған. Ата-әсәләре уларҙы көтөп ала алмай мәрхүм булған, туғандары онотҡан, хужалыҡтары булмаған, һаулыҡтары ҡаҡшаған, ғаилә ҡора алмағандар. Шуға ла ул осорҙа әрме хеҙмәте яза, ғаиләгә килгән ҡаза иҫәпләнгән. Байҙар, был ауыр бурыстан
үҙ балаларын ҡотҡарып алып ҡалыу өсөн, төрлө юлдарға барған. Мөмкинлек булғанда, үҙҙәренең улдары урынына ярлылыҡтан башы сыҡмаған йәш-елкенсәкте яллаған. Йә булмаһа, йәйләүгә күсеп ултырғанда, хәйләгә барып, бишенсегә ярлылар тирмәһен ҡорҙоралар. Тирмә урынын һайлау байҙар, аҡһаҡалдар, тархандар ихтыярында булғас, был алымды ҡулланыу ҙа ауырлыҡ тыуҙырмаған.

Рәшит Хабиров, «Башҡорт»
Һүрәт сығанағы: pinterest.ca
Иңдәренә сик һаҡлау бурысы төшкән

егет хеҙмәткә үҙ кейеме, үҙ аты менән

тәьмин ителергә тейеш була.


Ошо сәбәпле, уның ата-әсәһен, ғаиләһен дә, йышыраҡ осраҡта, бөлгөнлөккә төшөү, ҡарауһыҙ ҡалыу кеүек ауыр һынауҙар көтә. Сиреү хеҙмәтенән баш тартыу осрағында туҡмау-язалау алымдары ла ҡулланыла. Егеттең ат-туны булмаһа, уны таш ҡаҙыу, урман ҡырҡыу кеүек ауыр эштәргә ҡыуалар, шунда тамаҡ хаҡына көн күрергә мәжбүр итәләр. Был түҙеп торғоһоҙ ауыр хеҙмәткә сыҙамай, ҡасып ҡайтыусылар ҙа булған, улар урманда ҡасҡы булып йәшәгәндәр, ти.
«Әрме» йырының бер вариантында түбәндәге юлдар бар:
Ырымбур ҙа юлы таҡырҙыр,
Күк күгәрсендәре лә йүгерә.
Таҡыр ғына түгел, баҡырҙыр, тип әйҙүк,
Шуны һаҡлау беҙҙе бөлдөрә.
Әрме хеҙмәте тураһындағы йырҙарҙа һалдаттарҙың тәрән лирик фекерләүе, уҙып барған тормоштоң мәғәнәһеҙлеге хаҡындағы әрнеүле уйҙары сағылыш таба.
Әрмеләргә барып сәс еткереп,
Сәскенәйем етте үрмәгә.
Хоҙай ғына ҡушһа, бер ҡайтырбыҙ, тип әйҙүк.
Тыуған илкәйҙәрҙе күрмәгә.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ, әрме хаҡындағы йырҙарҙа яу барышы һүрәтләнмәй.
Уларҙа, тәү сиратта, сик-һаҡ хеҙмәтенә ҡараш сағыла. Йырҙарҙа тәғәйен кеше һүрәтләнмәй,
лирик мотивтарға өҫтөнлөк бирелеүе ваҡиғаларҙың тарихи нигеҙгә ҡоролоуын аныҡлауҙы ауырлаштыра. Шул уҡ ваҡытта йырҙарҙа башҡорт халҡының тарихи яҙмышы менән
бәйле хәл-ваҡиғалар сағылыш таба.
Йырҙы башҡарыусылар:
С.Ә. Абдуллин, М.А. Ҡаҙаҡбаев, А.А. Солтанов.

Сөләймән Әйүп улы Абдуллин
Танылған башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы.
Уның репертуарында алтмыштан артыҡ оҙон-көй, улар

артабан киләһе быуындар өсөн башҡарыу оҫталығы эталоны, камиллыҡ өлгөһөнә әүерелә. Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған артисы Сөләймән Абдуллин бар ғүмерен халыҡ ижадына бағышлай.


Сөләймән Әйүп улы Абдуллин
"Хазина" тапшырыуы. Башҡорт халыҡ йыры «Әрме».2003 й.
Видео хужаһы: "Хазина" каналы
Ҡулланылған әҙәбиәт:

  1. Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Өфө: Энциклопедия, 1996.
  2. Рыбаков С. Г. Урал мосолмандары музыкаһы һәм йырҙары. СПб.: Императорской Фәндәр академияһы типографияһы, 1897.
  3. Лебединский Л. Н. Башҡорт халыҡ йырҙары һәм көйҙәре. Мәскәү, 1962.
  4. Башҡорт халыҡ йырҙары. Өфө, 1954.
  5. Сөләймәнов Ғ. З. Ҡурай. Өфө: Китап,1985.
  6. Галин С. Ә. Башҡорт халыҡ йырҙары: Методик ҡулланма. Өфө: Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты, 2001.
  7. Камаев Ф. Х., Шоңҡаров Н. Д. 400 башҡорт халыҡ йыры. Өфө: Китап, 2011.
  8. Башҡорт халыҡ йырҙары: Методик ҡулланма. Өфө: Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты, 2001.
9.Нәҙершина Ф. А. Башҡорт халыҡ йырҙары, йыр-риүәйәттәре . Өфө: Китап, 1997.
10. Башҡорт халыҡ йырҙары: Методик ҡулланма. Өфө: Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты, 2001.
11.Әхмәтов Х.Ф. Башҡорт оҙон йырҙары. М.: Совет композиторы, 1978.
12.Буранғолов М. Сәсән аманаты: Халыҡ ижады һәм ижадсылар тураһында, туй йолалары, боронғо йырҙар һәм легендалар, ҡобайырҙар. Өфө: Китап, 1995.
13.Боронғо замандарҙан алып XIX быуаттың 60-сы йылдарына тиклемге Башҡортостан тарихы. Өфө: Китап, 1996.

Ссылки:
1. https://ba.wikipedia.org/wiki/Әрме_(йыр)