Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК

башҡорт халыҡ йыры



«АЛТЫ ЕГЕТ»




ҠЫҪҠА КӨЙ

«Алты егет» йырын тәү башлап С. Г. Рыбаков 1893 йылда
Верхнеуральск өйәҙенең Ташбулат ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы) Мәғәфур Ҡараҡаевтан яҙып алған. Яҙма «Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта» китабында баҫылып сыға.
Йырҙың башҡа варианттары Х. Ф. Әхмәтов,
З. Ғ. Исмәғилев, Л. Н. Лебединский, Ғ. З. Сөләймәнов
һ.б. тарафынан теркәлгән.
Квадрат структуралы, бейеү характерындағы көй. Поэтик текст бикәс менән еңгә араһындағы шаян диалог формаһында бара. «Алты егет»
йыры варианттары Х. Ф. Әхмәтов тарафынан тауыш һәм фортепиано, Ш. Ш. Ибраһимов тарафынан хор һәм фортепиано өсөн эшкәртелә.


Йырҙың тәүге вариантын 1942 йылда Хөсәйен Әхмәтов
Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында Хажи Әхмәтовтан яҙып ала
һәм 1954 йылда «Башҡорт халыҡ ижады» китабында баҫтыра.
Бикәс менән еңгә шаяртып ҡыҙға яусы ебәргән алты егет
хаҡында һөйләшә.

Х. Ф. Әхмәтов
Башҡорт совет композиторы. РСФСР-ҙың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
–Алты егет бергә килгән,
Инһендәрме, еңгәкәй?
Яусыларға килгән микән,
Береһе бигерәк бәләкәй.

– Алтыһы алмаҫ, береһе алыр,
Бәләкәйен керетмә.
Бишеһенән береһен һайла,
Ҡалған дүртен йөрөтмә.

– Байғужаның бисәһе бар,
Һайлап торма уныһын.
Сурағолда бисә тормай,
Һайлаһаң – хур булырһың.
– Сәлихйәнен һайлар инем,
Аты ла юҡ йөрөргә.
Киске кейәүем тимәһәң,
Төҫө лә юҡ күрергә!

Иштуғаны иш булалмай;
Күңелем төшмәй Хәйҙәргә.
Инде, еңгәм, нишләйем һуң,
Берәү ҙә юҡ һайларға!

– Берәүһен дә оҡшатмаһаң,
Һайла шул бәләкәйен.
Үҙең ҡарап үҫтерерһең
Туп кеүек кейәүкәйең!
Башҡорт халыҡ ижады. 8-се том: йырҙар
(октябргә тиклемге осор). – Өфө, 1995.
Һүрәт сығанағы: nat-geo.ru
Йырҙың икенсе варианты Ғата Сөләймәнов тарафынан
Баймаҡ районы Күсей ауылынан ҡурайсы Шиҙәүләттән яҙып алына һәм 1947 йылғы ҡулъяҙма вариантта һаҡлана.
Уның тарихы былай:
бер ауылда баҙарға килеүселәргә ашарға бешереп тороусы
ҡатын йәшәй.
Уның сибәр һәм аҡыллы ҡыҙы була, ҡыҙ әсәһенең сит ирҙәргә күҙ-ҡаш һикертеүен өнәмәй. Бер көндө уларҙың өйөнә бер юлы алты егет ҡунаҡҡа
килә. Эсеп алған әсә ҡыҙын табынға ҡушылырға саҡыра. Ҡыҙ баш тартып,
өйҙән сығып йүгерә лә ауылдаштарын саҡырып алып килә, әсәһен оятҡа ҡалдыра. Бынан һуң үҙе лә әйберҙәрен йыйып өйҙән сығып китә. Халыҡ
был хаҡта «Алты егет» йырын ижад итә.

Ҡыҙы:
–Алты егет ҡунаҡ килгән,
Әсәй, ни хәл итәбеҙ?
Әсәһе:
–Сонтор ҡойроҡ ҡара кәзә
Һуйып ҡунаҡ итәрбеҙ.

Ҡыҙы:
–Алты егет беҙҙә ҡунһа,
Әсәй, ни хәл итәрбеҙ?
Әсәһе:
–Кейеҙ түшәп, юрған ябып,
Һыйпап ҡунаҡ итәрбеҙ.

Ҡыҙы:
–Алты егет ҡунаҡ килгән,
Әсәй, нимә эшләрбеҙ?
Әсәһе:
–Бал эсереп, ит ашатып
Уйнап ҡунаҡ итәрбеҙ.

Ҡыҙы:
–Ҡымыҙ ҙа юҡ, ит тә юҡ,
Әсәй, нәмә эшләрбеҙ?
Әсәһе:
–Сәй эсереп икмәк менән,
Көлөп ҡунаҡ итәрбеҙ.

Ҡыҙы:
–Уйнаһаҡ та, көлһәк тә,
Ҡәнәғәт булмаҫ улар.
Әсәһе:
–Ҡәнәғәт булмаһа улар,
Тағы бер йүне булыр.

Ҡыҙы:
–Алты егет ҡунаҡ килгән,
Керетәйемме, әсәйем?
Әсәһе:
Килгән ҡунаҡ кире китмәҫ,
Керетерһең, бәпкәйем.

Ҡыҙы:
–Алты егет ҡуна ҡалһа,
Мин өйөңдә тормайым.
Әсәһе:
–Һин тормаһаң, мин ҡунармын,
Сәүсәләнмә, бәпкәйем.

Ҡыҙы:
–Намыҫһыҙлыҡ һин эшләһәң,
Мәңге риза түгелмен.
Әсәһе:
–Һүҙем дә юҡ. Инәлмәйем,
Үҙем ятып йоҡлармын.
Бында ла тәүге варианттағы кеүек үк структура, йыр
ҡыҙ һәм әсә араһындағы шаян һөйләшеү формаһында ҡоролған.
Ҡыҫҡа көй оҙон көйҙән айырмалы, башҡорт музыкаль-поэтик
фольклорында тиҙ һәм ҡыҫҡа йыр.
Тәүгеләрҙән булып ҡыҫҡа көйҙө
С. Г. Рыбаков «Музыка и песни уральских мусульман с очерком
их быта» китабында (СПб., 1897) баҫтырып сығара һәм тап
ул тәүгеләрҙән булып таҡмаҡтарҙы һүрәтләгәндә был терминды индерә.
Л. Н. Лебединский артабан был терминды башҡорт халыҡ
йыры – оҙон көйгә стиль йәһәтенән ҡапма-ҡаршы булараҡ файҙалана.
Ҡыҫҡа көй ҡыуаныс, эмоциональ күтәренкелекте сағылдыра. Бейеү көйөнә оҡшашлығы, әүҙем ритмикаһы, тиҙ темпта башҡарылыуы менән айырылып тора.
2018 йылдың 19 декабрендә Матди булмаған мәҙәни мираҫ объекттарын төбәк реестрына индереү буйынса Республика Эксперт советының 1-се ултырышында «ҡыҫҡа көй» объект булараҡ теркәлгән. Объект номеры: 01-007.
Ссылка: onknrb.bashmusic.net

«Башҡортостан Республикаһының матди булмаған мәҙәни мираҫы тураһындағы» Башҡортостан Республикаһы Законы,

№290-з, 2020 йылдың 29 июне

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы тарафынан 2020 йылдың

25 июнендә ҡабул ителгән.

docs.cntd.ru

Лилиә Ишемйәрова, Гөлсөм Бикбулатова
Ҡулланылған әҙәбиәт:

1. Башҡорт халыҡ ижады. 8-се том: йырҙар (октябргә тиклем осор). − Өфө, 1995.
2 . Рыбаков С. Г. Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта. − СПб, 1897.
3. Сөләймәнов Ғ. З. Ҡурай. – Өфө, 1985.
4. Сөләймәнов Ғ. З. Ҡулъяҙма. Халыҡ йырҙары тарихы. 1947.