Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК

Алпамыша

башҡорт халҡының шиғри-сәсмә формала йәшәп килеүсе һүҙ сәнғәте ҡомартҡыһы.
Тарихи белешмә
XIX быуат аҙағында һәм XX быуат башында башҡорт фольклорын йыйыуҙа А. Г. Бессоновтың эшмәкәрлеге мөһим урын алып тора. Башҡорт телен яҡшы белгән А. Г. Бессонов, күп йылдар буйына Өфө, Пермь, Ырымбур губерналарындағы башҡорт ауылдарында булып, ҙур әүәҫлек менән әкиәттәр, легендалар, шулай уҡ «Алпамыша менән Барсынһылыу» тигән эпик әҫәрҙең бер вариантын яҙып ала һәм уларҙы руссаға тәржемә итә. Әммә А. Г. Бессонов йыйған башҡорт әкиәттәре ул үҙе иҫән саҡта донъя күрә алмай, бик күп йылдар үткәс кенә айырым китап булып баҫыла, «Алпамыша менән Барсынһылыу» әҫәре лә шул китапҡа ингән. Тәүге тапҡыр XIX быуат аҙағында –XX быуат башында Ырымбур губернаһында А. Г. Бессонов тарафынан яҙып алына. Эпостың «Алпамыша», «Алтыйәшәр Алпамыша» һәм башҡа исемле варианттарын М. А. Буранғолов, С. Ә. Галин, К. Мәргән, С. Ф. Миржанова, М. М. Сәғитов, С. Ғ. Сафуанов, Н. Д. Шоңҡаров һ.б. яҙып ала. Уларҙы Алпамыша һәм Барсынһылыуҙың батырлығына бәйле дөйөм сюжет берләштерә.
«Алпамыша менән Барсынһылыу»ҙың ғилми ҡиммәткә эйә булған үҙ аллы варианттары күп кенә. Шулар өҫтәүенә ниндәй ҙә булһа яғы менән ошо уҡ сюжетҡа килеп тоташҡан бер нисә легенда барлығы билдәле.
Был варианттарҙың береһе 1923 йылда яҙып алынған. Шул уҡ йылда С. Мирас эшләнешендә ул «Сәсән» журналының 16-сы номеренда баҫылған. А. Исламғужин яҙып алған вариант утыҙынсы йылдар башына тура килә. 1938 йылда Бөрйән районы Монасип ауылындағы Ишмурзиндан яҙып алынған вариант Кирәй Мәргән эшләнешендә 1957 йыл "Әҙәби Башҡортостан» журналының 8-се номеренда баҫылып сыҡҡан.
«Алпамыша» темаһын теге йәки был кимәлдә сағылдырған сюжеттарҙы сағыштырып ҡарау нигеҙендә эпик форманың тыуыу, формалашыу һәм үҫеү процесын да аҙмы-күпме күҙ алдына килтерергә мөмкин. Юғарыла килтерелгән материалдар «Алпамыша» темаһына тотороҡло эпик әҫәр яралыуына ниндәйҙер кимәлдә әҙерлек баҫҡысы булып торғандар тиһәк, дөрөҫ булыр. Фән өсөн был тармаҡтарҙың, йәки варианттарҙың үҙенсә әһәмиәте бар. Сөнки эпик сюжеттың үҫешен айырым бер дәүергә генә һәм бер урынға (теге йәки был ырыу ерлегенә) ғына ҡайтарып ҡалдырып булмай. Эпос – быуаттар, дәүерҙәр һәм быуындар емеше ул. Бер үк сюжет, бер үк материал бер нисә аспектта яңғырарға мөмкин. Хатта теге йәки был сюжеттың айырым варианттары иҫәпләнгән бер үк әҫәрҙә бер нисә дәүер һәм ижтимағи формация өсөн хас булған ваҡиғалар сағылыуы мөмкин. «Алпамыша менән Барсынһылыу»ҙың сюжеты сығанағы менән эпик мираҫтың боронғо дәүеренә барып тоташа.

Эпос нимә хаҡында?
1-се киҫәк
2-се киҫәк
3-сө киҫәк
Борон-борон заманда күрше булып Әйләр хан менән Аҡкүбәк хан йәшәгән, ти. Был ике хан, бер-бере менән дуҫ булып, һунарға сығып, бәйгеләр үткәреп, сәсәндәр ярыштырып, батырҙар көрәштереп, күңел асып, кәйеф-сафа ҡороп көн иткән, ти. Тик уларҙың балалары булмауҙан ғына күңелдәре китек булған, ти.
Берҙән-бер көндө туҡһан йәшлек Аҡкүбәк хандың һикһән йәшлек әбейе ул тапты, ти. Унан күп тә үтмәй тағы бер ҡыҙ тапты, ти. Аҡкүбәктең теләге ҡабул булып, күңеле теүәлләнде, ти. Бәхет Әйләр ханды ла урап үтмәне, ти. Уның һикһән йәшлек әбейе бер бите көн, бер бите ай һылыу ҡыҙ тапты, ти. Әйләр хандың да шатлығының сиге булмай. Ул, ат еккән ергә ат саптырып, хат еткән ергә хат ебәреп, ҡунаҡтар саҡырып, ғәйәт ҙур туй яһаны, ти. Әйләр хандың ҡыҙына Барсынһылыу тип исем ҡуштылар, ти.
Аҡкүбәктең улы һәләк теремек булып тыуа. Ул, ай үҫәһен көн үҫеп, йыл үҫәһен ай үҫеп, бер көнлөк сағында аяҡ атлап, икенсе көнөндә урамға сығып, балалар менән йүгерешеп, бура һуғып уйнай башланы, ти. Аҡкүбәк был хәлгә ғәжәп ҡылып, үҙенең атаҡлы һынсыһын саҡырта, һынсы. «Баланың былай үҫеүенә аптырамағыҙ. Ул бик көслө, мөһабәтле алып булыр. Уға исемде Алпамыша тип ҡушайыҡ!» – ти. Алпамышанан һуң тыуған ҡыҙына Аҡкүбәк Ҡарлуғас тип исем атаны, ти. Аҡкүбәк балалар шатлығын оҙаҡ күрә алмай: берҙән-бер көндө ауырып китә лә вафат була.
Йылдар үтә тора, Алпамыша бик ғәйрәтле булып үҫә. Тирә-яҡта үҙенең көслөлөгө менән айырылып торған, ергә баҫһа, һыу сығарыр, ташҡа ултырһа, таш емерер, тауға таянһа, тау емерер данлы батыр булып таныла. Батырлыҡ өҫтөнә уның уңған һунарсы, мәргән уҡсы, оҫта ҡурайсы булыуы Алпамышаның данын арттырҙы ғына, ти.

Ә инде Әйләр хандың ҡыҙына килһәк, ул, бик уңған, аҡыллы булып, ун һигеҙ йәшенә еткән, ти. Барсынһылыу, бала саҡтан уҡ бәһлеүән булып, көрәш һалып, бик күп батырҙарҙы еңеп, хур ҡылды, ти. Матурлығы менән тиңе булмаған Барсынһылыуҙы кәләшлеккә һоратыусыларҙың иҫәбе-һаны булмаған. Әйләр хандың тирмә алдындағы бағананан яусыларҙың бәйле аты өҙөлмәгән. Хатта бик алыҫта йәшәгән Бүҙәр хан да, Барсынһылыуҙы улына һоратып, яусылар ебәргән була. Әйләр хан яусыларға: «Ҡыҙымды үҙ иркенән тыш бер кемгә лә бирә алмайым!» – ти. Яусылар теләктәренә ирешә алмай ҡайтып китәләр.
Көн артынан көн үтә тора, Барсынһылыуға ла йән юлдашын һайларға ваҡыт етә. Уның йөрәген һағыш ала. Барсынһылыу хыялында йөрөткән батыр егетте юҡһына, бойоға, һағыш уның йөҙөнә һары булып сыға. Барсынһылыу йыш ҡына атаһы бүләк иткән арғымаҡҡа атланып, урман, тауҙар гиҙеп йөрөй, тик һис кенә лә йөрәген баҫа алмай.
Берҙән-бер көн уның бойоғоп йөрөүен күргән еңгәһе тейешле ҡатын:
Нурлы йөҙөң һары алған,
Серле күҙең ҡайғы алған,
Барсынһылыу, әйтсе һылыу,
Һинең күңелең кемде уйлай,
Йәш йөрәгең кемгә һыҙлай,
Барсынһылыу, әйтсе, һылыу? – тигән, ти. Барсынһылыу:
Ҡуйсы, еңгәй, ҡуйсы еңгәй,
Йән серҙәшем булсы, еңгәй.
Нурлы йөҙөм һары алды,
Серле күҙем ҡайғы алды,
Йәш йөрәгем бик һыҙлана,
Берәй дауа бирсе, еңгәй,
Берәй дауа бирсе, еңгәй?
Шунан зирәк еңгә, эштең ниҙә икәнен һиҙеп:
Йән серҙәшең булайым, һылыу,
Йөрәк серең беләйем, һылыу, – тип әйтте, ти. Барсынһылыу былай тип яуап бирҙе, ти:
Ирмен тигән ир-егеттең
Толпар ҙа булыр менгәне;
Иләҫ күңелле ҡыҙ баланың
Батыр ҙа булыр һөйгәне.
Еңгәһе:
Иле барҙың – ире бар,
Илдә батыр күп булыр;
Барсынһылыуҙың күңеле
Ҡайһы батырҙа булыр?
Барсынһылыу:
Батыр булһа, сос булыр,
Осҡан ҡыйғыр ҡош булыр;
Уҡ атҡанда, ян түҙмәҫ,
Ул баҫҡанда, таш түҙмәҫ;
Ултырһа, уба емерер,
Таянһа, тау емерер;
Йөрөгәндә ер һелкенер,
Арыҫландай өркөтөр.
Ҡурай өсөн тын кәрәк,
Егет өсөн һын кәрәк, –
Һыны булһын батырҙың.
Күлдең күрке ҡамыштыр,
Әҙәм күрке намыҫтыр, –
Намыҫы булһын батырҙың.
Ирмен тигән егеттең
Әйткән һүҙе хаҡ булыр,
Күңеле уның аҡ булыр,
Яман эштән һаҡ булыр.
Атҡа менгән ил гиҙәр,
Батыр егет ил биҙәр, –
Батыр тигән шул булыр,
Шундай егет тиң булыр.
Батыр Барсынға килһен,
Барсынға көрәш бирһен,
Көрәш тотҡан батырға,
Еңеп сыҡҡан батырға
Барсын йөрәген бирер.
Барсынһылыуҙың үҙе һайлап кейәүгә сығыуға ниәт тотоуы Әйләр ханға ишетелә. Атаһы ҡыҙын саҡыртып алып, борондан килгән йоланы боҙорға ярамағанлығын әйтә. Әммә Барсынһылыу һаман үҙенекен итә: «Ханға ла, батшаға ла бармайым. Кем дә кем мине көрәшеп еңә, шуға кейәүгә барасаҡмын!» – ти. Әйләр хан ҡыҙының ихтыярына ҡаршы килмәй. Шунан Барсынһылыу ҙур майҙан алып, үҙен көрәшеп еңгән егеткә кейәүгә сығасағы хаҡында тирә-йүнгә хәбәр таратҡан, ти. Был хәбәрҙе ишетеү менән, төрлө ырыу бәһлеүәндәре Әйләр хан иленә, Барсынһылыуҙы еңеп, үҙҙәренә кәләш итеп алмаммы тип өмөтләнеп, ағыла башлаған, ти. Барсынһылыу әхирәттәрен эйәртеп, бейек тау башына менеп, аҡ сатыр ҡороп, шунда йәшәй башлай. Барсынһылыу үҙен көрәшкә саҡырған бер бәһлеүән егетте күтәреп һауаға сорғотоп тик тора икән. Шулай итеп, күп ил бәһлеүәндәре Барсынһылыуҙы еңә алмай ҡырыла икән. Был хәлде ишетеп ҡалған Алпамыша әсәһенән:
– Мин шул ҡыҙҙы көрәшеп еңеп алып ҡайтайым, ризалығыңды бир? – тип һорай. Әсәһе:
Барма, балам, барма, балам:
Ҡурайсының ҡулы өҙөлгән,
Көрәшсенең биле өҙөлгән,
Барма, балам, барма, балам! – ти.
Алпамыша:
Барсынһылыу майҙанына
Барам, әсәй, барам, әсәй,
Батыр ҡыҙҙы көрәш һалып
Алам, әсәй, алам, әсәй, – ти.
Алпамыша бик ныҡ үтенгәс, әсәһенең күңеле йомшарып китеп, юлға сығырға ризалығын биргән, ти. Алпамыша юлға сығыу өсөн әсәһенән ат һорай. «Өйөрөмдә һине күтәрерлек йылҡы юҡ. Ҡолтаба ағайыңа элек бер тай биргәйнем, шуны барып һорап ҡара», – тип өйрәтеп ебәрә, һеңлеһе Ҡарлуғас уға алтмыш ҡолас оҙонлоғо ебәк арҡан ишеп бирә. Алпамыша Ҡолтаба ағаһына барып:
Ҡолтаба ағай, Ҡолтаба ағай,
Ҡолйерәнде бирсе, ағай, бирсе, ағай,
Туғай тулы туры йылҡы,
Ялан тулы ҡола йылҡы
Һиңә бирәм, ағай, бирәм, ағай, – ти.
Ҡолтаба:
Туғай тулы туры йылҡың,
Ялан тулы ҡола йылҡың
Үҙеңә булһын, үҙеңә булһын,
Өйөр башы Ҡолйерәнде
Бирмәйем, энем, бирмәйем, энем, – ти.
Алпамыша:
Ҡолтаба ағай, Ҡолтаба ағай,
Ҡолйерәнде бирсе, ағай, бирсе, ағай.
Көтөү, көтөү, һыйырҙарым,
Кәртә тулы һарыҡтарым
Һиңә булһын, ағай, булһын, ағай! – ти.
Ҡолтаба:
Көтөү-көтөү һыйырҙарың,
Кәртә тулы һарыҡтарың
Үҙеңә булһын, үҙеңә булһын,
Өйөр ҡото Ҡолйерәнде
Бирмәйем, энем, бирмәйем, энем, – тип ризалығын бирмәй.
Алпамыша:
Ҡолтаба ағай, Ҡолтаба ағай,
Ҡолйерәнде бирсе, ағай, бирсе, ағай,
Мине тапҡан ҡарт әсәмде,
Ҡарындашым Ҡарлуғасты
Һиңә фиҙа ҡылам, ағай, ҡылам ағай! – ти.
Шул һүҙҙе ишетеү менән, Ҡолтаба шатлығынан ҡысҡырып ебәрә. Ул Алпамышаға ебәк арҡан менән өйөрҙән Ҡолйерәнде тотоп алырға ҡуша. Алпамыша Ҡарлуғас ишкән ебәк арҡан менән Ҡолйерәнде тоторға китте, ти. Өйөргә килеп, Ҡолйерәнгә арҡан ташлап, муйынынан быуып алған икән, Ҡолйерән, үрле-ҡырлы һикереп, тирә-яҡтағы ағастарҙы үләндәй иҙеп, Алпамышаны күккә сорғотоп, ергә һуға башланы, ти. Бик оҙаҡ алышҡандан һуң, Алпамыша Ҡолйерәнгә йүгән һалып, ауыҙлыҡлап алды, ти. Алпамыша Ҡолйерәнгә менеп, Ҡолтабаның тирмәһе ауыҙына килеп:
Ҡолтаба ағай, Ҡолтаба ағай,
Бирсе ҡулың, бирсе ҡулың,
Бәхиллегең алайымсы, алайымсы, – ти. Ҡолтаба ҡулын биргәс, Алпамыша уның ҡулын шытырлатып ҡыҫып алды, ти. Теге, түҙә алмайынса:
Алла, ҡулым, сыҡты йәнем,
Ебәр, энем, ебәр, энем, – ти. Алпамыша тағы ла нығыраҡ ҡыҫа. Ҡолтаба:
Алла, ҡулым, сыҡты йәнем,
Ебәр, энем, ебәр, энем,
Туғай тулы туры йылҡың,
Ялан тулы ҡола йылҡың,
Көтөү-көтөү һыйырҙарың,
Кәртә тулы һарыҡтарың,
һине тапҡан ҡарт әсәйең,
Ҡарлуғас атлы ҡарындашың
Үҙеңә булһын, энем, үҙеңә булһын! –тип Ҡолйерәндең хаҡынан баш тарта. Шунан һуң ғына Алпамыша Әйләр хан иленә юлға сыға. Килә торғас, ул бейек тау башында, көрәшергә килеүсе батырҙарҙы көтөп, бөйөрөнә таянып торған Барсынһылыуҙы күреп ҡала. Алпамыша тау аҫтынан Барсынһылыуға:
– Йә үҙ иркең менән төшөп, минең менән китәһең, йә һине көрәшеп еңеп алып ҡайтам! –тип ҡысҡыра.
– Ә, улаймы ни, мә, еңеп алып ҡайт! – тип Барсынһылыу тирмән ташы ҡәҙәрле ташты тау башынан Алпамышаға тәгәрәтеп ебәрә. Ер тетрәтеп, ҡолаҡ тондороп тәгәрәгән ташты, килеп етер-етмәҫтән, Алпамыша йүгереп барып, кире тибеп ебәргән, ти. Ул таш Барсынһылыу баҫып торған тау түбәһен осортоп алып киткән, ти. Барсынһылыу саҡ-саҡ ҡына ҡотолоп ҡала. Ул асыу менән Алпамышаға өй ҙурлығы ташты тәгәрәтеп ебәргән, ти. Алпамыша йәнә йүгереп барып тибеп ебәреүе була, таш кире осоп барып, бейек тауҙың яртыһын айырып алып китә, ти. Барсынһылыу көс-хәл менән тауҙың икенсе яртыһында тороп ҡала.
Алпамыша Барсынһылыу эргәһенә күтәрелә лә көрәш һорай. Көрәшә башлайҙар. Алпамыша Барсынһылыуҙы биленән алып һауаға сөйөп ебәрә лә, ергә төшөп имгәнмәһен тип, ҡулына тотоп ала. Шул ваҡыт ҡыҙ: «Мин һинеке, һин минеке», – тип егеткә башын эйә.
Алпамыша менән Барсынһылыу тау башына ҡоролған сатырҙа байтаҡ бергә йәшәйҙәр. Барсынһылыу, ғоманлы булғас ҡына, Алпамышаны ата-инәһе менән таныштырмаҡсы булды, ти. Алпамыша Барсынһылыуҙы Ҡолйерәненә менгәштереп, Әйләр хандың йәйләүенә сапты, ти. Барсынһылыу Алпамышаны Әйләр хандың ун ике ҡанатлы аҡ тирмәһенә алып инә лә атаһына:
Торсо, атай, торсо, атай,
Тороп, билең быусы, атай, быусы, атай!
Өйгә кейәү алып килдем,
Тороп, ҡулың бирсе, атай, бирсе, атай!
Арҡа тулы ала бейә,
Туғай тулы туры бейә,
Бирнә итеп бирсе, атай, бирсе, атай! – тип һамаҡланы, ти. Әйләр хан:
– Кит, минең кейәүгә биргән ҡыҙым да, кейәүем дә юҡ! – ти. Барсынһылыу, әсәһенә ҡарап:
Торсо, әсәй, торсо, әсәй,
Күҙ йәшемде күрсе, әсәй, күрсе, әсәй!
Һеҙгә кейәү алып килдем,
Тороп, ҡулын бирсе, әсәй, бирсе, әсәй!
Арҡа тулы ала бейә,
Туғай тулы ҡола бейә,
Бирнә итеп бирсе, әсәй, бирсе, әсәй! – тип илаулап һамаҡлаған икән, әсәһе Әйләр ханға:
– Берҙән-бер ҡыҙыбыҙҙың күҙ йәшен түктермәйек, тороп кейәүгә ҡулың бир! – ти.
Әйләр хан ыңһарлай-ыңһарлай ғына тороп, Алпамышаға ҡулын биргән, ти. Әйләр хан шунан Алпамыша менән Барсынһылыуға аҡһаҡалдар күрмәгән, ата-бабалар ишетмәгән данлыҡлы туй яһап ташлай.

Алпамыша Барсынһылыуҙы иленә алып ҡайтып, ҡайғы килһә, бергә ҡайғырып, шатлыҡ килһә, бергә шатланып, донъя көтөп ятҡанда, сапҡын килеп, Бүҙәр хандың яу менән килеүен хәбәр итә. Баҡһаң, ул Барсынһылыуҙы улына һоратып ала алмағас, яу менән алмаҡ булған икән.
Алпамыша Ҡолйерәнгә атланып, алмас ҡылысын тағып, уҡ-янын алып, әсәһе, һеңлеһе, Барсынһылыу менән хушлашып, яу ҡайтарырға киткән, ти.
Бүҙәр хан ер яуын алған бик ҙур ғәскәр менән килә икән. Алпамыша алмас ҡылысы менән дошман ғәскәрен ҡырырға тотондо, ти. Өс көн, өс төн һуғышҡандан һуң, Алпамышаның көсөнә сыҙамай, Бүҙәр хан ғәскәре сигенгән, ти. Батыр бер аҙ ял итеп тә өлгөрә алмай ҡала, Бүҙәр хан йәнә ғәскәр туплап, һөжүмгә күсә. Алпамыша ажарланып тағы ла дошман яуына ташлана, һуғыш бик ҡаты була. Ҡан даръя булып аға. Бик оҙаҡ һуғышҡандан һуң, Бүҙәр хан ғәскәрҙәре тырым-тырағай ҡасып бөтәләр.
Алпамыша Ҡолйерәнен кешәнләп ебәрә лә йоҡларға ята. Ул, ғәҙәте буйынса, бер йоҡлаһа, алты көн, алты төн йоҡлай торған булған. Уның йоҡоға китеүе менән, Бүҙәр хандың шымсылары килеп тә етәләр. Ҡолйерән күпме генә эйәһен уятыр өсөн кешнәһә лә, сапсынһа ла, Алпамыша уянмай. Шымсылар тиҙ генә Бүҙәр ханға батырҙың үлек кеүек йоҡлап ятыуын хәбәр итәләр. Бүҙәр хан иҫән ҡалған ғәскәрен туплап килеп, Алпамышаны ҡорос сынйырҙар менән сырмап, бығаулап арбаға һалып алып ҡайтып китә. Ул батырҙы ер аҫтындағы тәрән зинданға һалдыра, ә Ҡолйерәнде таш һарайға бикләтә.
Бер саҡ Алпамыша уянып китһә –аяғы-ҡулы бығаулы, ҡорос сынйыр менән сырмаулы, тәрән соҡор эсендәге ҡараңғы зинданда ятҡанлығын күрә. Сынйырҙан һис кенә лә ысҡынырлыҡ хәл юҡ, ысҡынғанда ла, соҡорҙан сығырлыҡ түгел икән. Бик оҙаҡ аҙаплана торғас, ул ике ҡулын ысҡындырып ала. Бүҙәр хан кешеләре, Алпамыша имеп ятһын тип, зинданға бер кәзә менән бер йөк бесән ташлаған булғандар икән. Алпамыша шуның һөтөн эсеп кенә көн итергә мәжбүр була.
Берҙән-бер көндө Алпамыша салҡан төшөп моңланып ятҡанда, һауанан бер төркөм ҡыр ҡаҙҙары осоп барғанын күреп ҡалып:
Ҡырасай ҡаҙым, ҡырасай ҡаҙым,
Килсе, ҡаҙым, килсе, ҡаҙым,
Ҡанатыңа хат яҙайым,
Тыуған илгә, кәләшемә
Китһәңсе, алып, китһәңсе алып, – тип әйткән икән, ҡаҙҙар:
Күлдә булһаҡ, күлдә ҡырҙың,
Ҡырҙа булһаҡ, ҡырҙа ҡырҙың, –
Ята бир, алып, ята бир, алып? – тип осоп китеп барғандар, ти. Теге ҡаҙҙарҙан артҡа ҡалып ҡына яңғыҙ ҡаҙ осоп бара икән. Алпамыша уны күреп ҡала ла:
Ҡырасай ҡаҙым, ҡырасай ҡаҙым,
Ҡанатыңа хат яҙайым,
Тыуған илгә, кәләшемә
Китһәңсе алып, китһәңсе алып, – тип әйтеүе булған, ҡаҙ, ҡаңғылдап, зиндан эсенә ҡанатын йәйеп кенә килеп төшкән, ти. Алпамыша ҡулын ҡырҡып, ҡаны менән ҡаҙ ҡауырһынына хат яҙып: «Минең илгә осорһоң, унда ун ике ҡанатлы аҡ тирмәне күрерһең, шул тирмә тәңгәленә еткәс, хат яҙылған ҡауырһынды ташларһың!» – ти.
Ҡыр ҡаҙы, Алпамыша йәйләүенә етеп, әйләнеп осоп йөрөгәндә, ун ике ҡанатлы аҡ тирмәнән бер малай йүгереп сығып уҡ менән тоҫҡаған мәлдә, ҡаҙ, ҡапыл ҡурҡып, хатты төшөрөп ебәрә. Был малай Алпамышаның үҙе юҡта тыуып үҫкән Айҙар исемле улы булған икән. Хат яҙылған ҡауырһын елфер-елфер итеп аҡ тирмә тәңгәленә төшмәй, бер яҡ ситтәрәк торған Ҡолтабаның ҡара тирмәһе алдына килеп төшә. Ҡолтаба хатты уҡый ҙа эштең ниҙә икәнен һиҙеп ала. Тик ул быны бер кемгә лә белдермәй.
Алпамыша оҙаҡ ҡайтмай торғас, Әйләр хан уны эҙләргә үҙенең сапҡындарын ебәргән икән. Сапҡындар бик оҙаҡ йөрөй торғас, Бүҙәр хандың иҫәпһеҙ-һанһыҙ ҡырылып ятҡан һуғышсыларына тап булғандар, ти. Улар шулай уҡ бер ағас төбөндә Алпамышаның үҙенән башҡа бер кем дә тарта алмаҫ ике ҡолас оҙонлоғондағы мөгөҙ янын, алмас башаҡлы уҡтарын табып алып ҡайталар.
Сапҡындар Алпамышаны үлгән тигән хәбәр тараталар. Барсынһылыуҙың был хәбәргә ышанғыһы килмәй, көтөргә була.
Ҡолтаба, Алпамыша юҡлыҡтан файҙаланып, уның бөтә байлығына хужа булып ала, Ҡарлуғасты хеҙмәтсе итә, Барсынһылыуҙы үҙенә ҡатынлыҡҡа алмаҡ була. Бер туҡтауһыҙ Барсынһылыуға яусылар ебәреп тора. Ә Барсынһылыу һаман да ризалыҡ бирмәй икән. Туйҙы һуҙыу өсөн, ул бер хәйлә уйлап таба: «Кем дә кем Алпамыша янынан алтын йөҙөктө уҡ менән үтә ата, шуға кейәүгә барам!» – ти. Сөнки ул яндың керешен Алпамышаның үҙенән башҡа бер кемдең дә тарта алмаҫын яҡшы белгән була.
Әйләр хан, ҡыҙының теләгенә риза булып, ҙур майҙан аса. Тирә-яҡтан бик күп уҡсылар килеп, Барсынһылыуҙың бейеккә элеп ҡуйған алтын йөҙөгөнә атмаҡ булалар, ләкин һис кенә лә Алпамышаның янын тарта алмайҙар. Шулай итеп Барсынһылыу, туй ваҡытын юрый һуҙып, Ҡолтабаны алдай торһон, беҙ киләйек Алпамыша әхүәленә.
Алпамыша, ебәргән хатына яуап-хәбәр булмағас, бик ҡайғырған, ти. Ул, һәр саҡ итек ҡуңысында йөрөй торған ҡурайын алып, бик моңло итеп тарта торған булған.
Бүҙәр хандың өс ҡыҙы була. Хан ҡыҙҙары бер көн ҡурай тауышын ишетеп ҡалалар ҙа, зиндан алдына киләләр. Ҡыҙҙар килеп өҫтән зинданға ҡараһалар, шул хәтлем мөһабәт баһадир егеттең ҡурай тартып ятҡанын күрәләр. Алпамыша ҡыҙҙарҙы күреп ҡала ла уйнауҙан туҡтай.
Ҡыҙҙар:
Алпамыша батыр, баҡһаңсы,
Ҡурайыңды тағы тартһаңсы,
Бер-ике көй бүләк итһәңсе,
Хан ҡыҙҙары күңелен күрһәңсе? – тип инәләләр. Ләкин Алпамыша уйнамай, ялындыра: «һеҙгә иркенләп ҡурай уйнай алмайым: ҡул-аяғым бығаулы, аслыҡтан йонсоғанмын, күңелегеҙҙе асырға форсатым юҡ!» – ти. Был көндө ҡыҙҙар Алпамышаға бер ярҙам итә алмай ҡайтып китәләр. Хандың бәләкәй ҡыҙы, атаһының һандығынан бик күп алтын аҡсаларын алып, йәшерен рәүештә кешеләр яллап, зинданға туралап ер аҫтынан юл ҡаҙыта. Ул көн дә ошо ер аҫты юлы менән зинданға килеп йөрөй башлай. Килгән һайын Алпамышаға ашарға, эсергә аҙыҡ алып килә. Алпамыша һимереп, көсләнеп китә. Берҙән-бер көн Алпамыша ҡыҙға: «Әгәр мине бығауҙан ҡотҡарырға теләһәң, атайыңдың алтын аҡса һандығына бикләнгән алтын һаплы алмас ҡылысымды алып кил. Шул кылыс булмай тороп, бығауҙар менән бер нәмә лә эшләй алмабыҙ», – ти.
Ҡыҙ ҡылысты алып килә. Алпамыша алмас ҡылыс ярҙамында бығауҙарҙан ҡотола. Ул, бығауҙан ҡотолғас та, ун биш көн самаһы зинданда ята. Сөнки бығауҙар тәнгә бик ныҡ батҡан, тәрән яралар яһаған була. Хан ҡыҙы, батырҙың яралары уңалғас та:
– Һине бынан нисек сығарырға мөмкин? – тип һорай. Алпамыша:
– Һин мине сығара алмаҫһың. Бына мин һиңә ҡулъяулығымды бирәм. Таш һарайҙа минең Ҡолйерәнем бикле торор. Ошо ҡулъяулыҡты таш һарайҙың алдына алып барып яндыр. Ҡолйерән сыҡһа, мине ҡотҡарыр! – тип ҡулъяулығын бирә.
Ҡыҙ Алпамышаның ҡулъяулығын таш һарай алдына алып барып яндыра. Ҡолйерән, яулыҡ еҫенән эйәһенең иҫәнлеген һиҙеп, елкенеп китә. Ул таш һарайҙың тимер ҡапҡаларын емерә тибеп сығып, зиндан алдына килеп баҫа. Ҡолйерәндең муйынында Ҡарлуғастың ишкән алтмыш ҡолас ебәк арҡаны була. Хан ҡыҙы ебәк арҡандың бер осон ат муйынына бәйләп икенсе осон зинданға төшөрә. Алпамыша ебәк арҡанға йәбешеп зиндандан сығып, алмас ҡылысын тағып, Ҡолйерәненә менеп, туп-тура хан һарайына юл тота. Ул, Бүҙәр хан алдына барып: «Эй, Бүҙәр хан, яуызлығың өсөн бына ошо ерҙә башыңды ҡырҡыр инем, тик миңә мәрхәмәт күрһәткән өс ҡыҙың хаҡына ғына һау ҡалдырам!» – тип сығып китә.
Алпамыша үҙ иленә ҡайтып килгәндә, йылҡы өйөрө тап була. Ҡараһа, таныш өйөр кеүек күренә быға. Ул йылҡы көтөүсеһенән:
– Кем көтөүе был? – тип һорай.
– Элек Алпамышаныҡы ине, хәҙер Ҡолтабаныҡы, – ти көтөүсе.
– Һиңә Алпамыша арыу инеме, әллә Ҡолтабамы? – тип һорай батыр.
– Ҡолтаба арыу. Алпамыша хан булған саҡта, мин ябай көтөүсе, Ҡолтаба баш йылҡысы ине. Алпамыша үлгәс, мин баш йылҡысы, Ҡолтаба хан булды! – тигән көтөүсе.
Алпамыша көтөүсене башына бер сиртеп үлтерә лә ары китә. Килә-килә торғас, Алпамыша һыйыр көтөүенә тап була.
– Был кем көтөүе? – тип һорай ул көтөүсенән?
– Ҡолтабаныҡы, – ти көтөүсе. Ул үҙе бау ишеп ултыра икән. Алпамыша:
– Нимәгә бау ишәһең? – ти. Көтөүсе:
– Был бау менән Алпамыша еңһә – Ҡолтабаны аҫыр. "Ҡолтаба еңһә – Алпамышаны аҫыр! – ти.
Алпамыша бының да башына бер сиртеп үлтерҙе лә юлына китте, ти. Бер аҙ барғас, ул ҡуй бағып йөрөүсе бер малайға осрай. Ҡуйсы малай бер ҡулына туҡ эсәк, икенсе ҡулына оса майы тотоп һурып йөрөй, ти. Алпамыша малайҙан:
– Бөгөн берәй туй барамы әллә? – тип һорай. Малай:
– Йәйләүҙә, алтын йөҙөк аша уҡ атып, Барсынһылыуҙы алыу өсөн бәйге бара. Туй өсөн Ҡолтаба Алпамышаның һимеҙ-һимеҙ йылҡыларын, ҡуйҙарын һуйҙыртты. Миңә лә әҙерәк өлөш сыҡты, – тигән малай. Ә үҙенең күҙҙәренән мөлдөрәп йәш аҡты, ти. Алпамыша, төҫмөрләп, ҡуйсы малайҙың үҙ улы булыуын таный, ләкин уға үҙен танытмай. Ул үҙ кейемен малайына кейҙереп, уның ҡырҡ ямаулы иҫке кейемен кейә. Шулай итеп, ул көтөүсе ҡиәфәтендә Барсынһылыу йәйләүенә юл тота. Йәйләүгә етер саҡта ул атын кешәнләп ҡалдыра ла туп-тура бәйге барған майҙанға килә. Майҙанда бейек ағасҡа алтын йөҙөк элек ҡуйғандар ҙа Алпамышаның яны менән егеттәр уҡ атып маташалар икән. Тик уларҙың береһе лә ике ҡолас оҙонлоғондағы мөгөҙ янды йүнләп тарта алмай, ти.
Алпамыша кеше араһынан ҡыҫылып алға сыға ла тәхеттә бик эре генә ултырған Ҡолтабанан:
– Ҡолтаба ағай, ҡана мин дә бер атып ҡарайым әле? – ти.
– Кит, кит, йолҡош! Һинән былайыраҡ егеттәр ҙә ата алмайҙар әле, – тип ҡыуып ебәрә. Тағы бер нисә мәртәбә һорағас ҡына, уға уҡ-ян бирәләр. Алпамыша үҙенең уғы менән янын күреп, илап ебәрә. Ә үҙе, кешеләр һиҙмәһен тип: «һай, атайымдан ҡалған уҡ-ян!» – тип һөйләнгән була. Шунан янын еңел генә күтәреп, йөҙөккә атып ебәрә. Алтын йөҙөк зыңғыр итеп икегә бүленеп төшә. Шул ваҡыт Ҡолтаба көтөүсе булып кейенгән егеттең Алпамыша икәнен танып ала ла:
Беләгемдә ҡороғом,
Ҡайҙа минең боронғом, – тип йылҡы көтөүе яғына йүгереп китә. Алпамыша икенсе уҡ алып, Ҡолтабаны атып үлтерә. Ситтән ҡарап торған Барсынһылыу менән Ҡарлуғас, Алпамышаның ҡайтҡанлығын күреп, йүгереп килеп ҡосаҡлап алалар. Шул ике арала атаһының кейемен кейенгән Айҙар ҙа килеп етте, ти. Алпамышаның шатлығының сиге булманы, ти. «Мин бында әсәйемде генә күрмәйем!» –ти ул.
Баҡтиһәң, ул, Барсынһылыу бәйге ҡороп кейәүгә сығырға йөрөй, тип үпкәләп, өйөндә бикләнеп ята икән. Барсынһылыу, Алпамышаны эйәртеп, ҡәйнәһе йортона килеп:
– Ҡәйнәм, ишек ас! – ти.
– Кит, ары йөрө! Иреңә хыянат итеп йөрөйһөң, һинең менән һөйләшмәйем! –ти уға ҡәйнәһе.
Шунда Барсынһылыу, һамаҡлап:
Торсо, ҡәйнәм, торсо, ҡәйнәм,
Тороп, билең быусы, ҡәйнәм,
Илдең ҡото Алпамыша
Илгә ҡайтты, күрсе, ҡәйнәм, – тип әйтте, ти.
Был һамаҡты ишетеү менән, ҡәйнәһе ишекте шар асып ебәрҙе, ти. Алпамыша әсәһе менән күреште, ти. Батырҙың илгә иҫән-һау ҡайтыу хөрмәтенә өс көн, өс төн туй яһайҙар. Ҙур майҙан асып, алыҫтан ат саптыралар, яҡындан тай саптыралар, сәсәндәр ярыштыралар, батырҙар көрәштерәләр, таҙҙар төкөштөрәләр. Ат сапҡанда, Ҡолйерән башҡа аттарҙы уҙып килә, батырҙар көрәштергәндә, Алпамыша еңеүсе булып сыға, таҙҙар төкөштөргәндә, Алпамышаның улы Айҙар беренселекте ала.
Алпамыша ҡайтып хан булғас, илдә ғәҙеллек, тыныслыҡ урынлашып, халыҡ иркенләп йәшәп ҡалды, ти.


«Алпамыша» менән бәйле фекерҙәр

Алпамыша ҡәберен изгеләштереү фекере ХХ быуат баштарында уҡ танылған ғалим-этнограф С.И. Руденко беҙҙең яҡтарҙа ялан экспедицияһында йөрөгән ваҡытта яҙып алынған башҡорт риүәйәттәрендә лә сағылыш тапҡан.
...Бер йыл шулай йәйен, Һөләймән ауылы урманында бәшмәк йыйып йөрөгәндә, беҙ Ҡыҙыл Яр тауына ҡаршы күл буйында оҙонлоғо 20 метрҙан ашыу, киңлеге 5 – 6 метр, бейеклеге 1 метр самаһы ҡалҡыулыҡҡа юлыҡтыҡ.
— Был нимә һуң? — тип юлдаштарыма ғәжәпләнеп ҡараным.
Ирле-ҡатынлы Флорида менән Нурғәли Мөхәмәтғәлиндәр көлөп ебәрҙе.
— Үҙең Һөләймәндеке, ә бының ни икәнлеген дә белмәйһең. Был бит Алпамыша ҡәбере, ә артабан, ана, Алмапыша баҫыуы һуҙыла.
— Алпамыша баҫыуын беләм-белеүен, ләкин уны Алпамышаның ҡәберенә бәйле булыуын һис тә ишеткәнем юҡсы.
— Мин ҡалҡыулыҡҡа яҡыныраҡ килеп, бысағым менән уның кәҫ ҡатламын ҡаҙып ҡараным. Бәй, унда ҡара тупраҡ булып сыҡты, ә эргә-тирәһендә – һары тупраҡлы ҡырсынташ. Ни ғәләмәт? Тимәк, ҡара тупраҡты ҡайҙандыр ситтән килтергәндәр.
– Эйе, ситтән килтергәндәр, — тип шикләнеүҙәремде таратты Флорида. — Был турала элегерәк ауыл аҡһаҡалдары һөйләй торғайны. Мин мәктәптә уҡытҡан сағымда уҡыусыларымды ошонда алып килеп алпамыша кешеләре тураһында бәйән иткәнем булды. Ҡайһы бер аҡһаҡалдарҙы ла саҡырғыланым. Хәҙер ул ҡарттар юҡ инде, легенда ла онотолдо...
Ризван ХАЖИЕВ
журналист

«Алпамыша» эпосы легендаларҙа


Легендаларға йыш ҡына героик эпос мотивтары, донъя яралыу хаҡындағы мифтарҙың айырым элементтары килеп инә. Мәҫәлән, ҡайһы бер тауҙарҙың, ғәҙәттәгенән ҙур булған уба-ҡәберлектәрҙең барлыҡҡа килеүен аңлатыу ниәтендә, кешеләр әле боронғо аңда уҡ тыуған алпамышалар (алптар) образына мөрәжәғәт иткәндәр. Алпамышалар – борон-борон заманда йәшәгән бик эре халыҡ, уларға урманды үлән урынына ғына тапап йөрөү ҙә, ағастарҙы тамыры менән ҡуптарып, йолҡоп ташлау ҙа бер ни тормаған. «Мунсиктау», «Алпа ҡомо айырытау» тигән урындар, мәҫәлән, ана шул алпамышаларҙың итек үксәһенән ҡубып ҡалған балсыҡтан, йә ҡынйырағынан ҡойолған ҡомдан барлыҡҡа килгәндәр икән . Ғөмүмән, ғәҙәттә дәү кәүҙәле кешеләр (алптар) хаҡында легендалар башҡорт халыҡ ижадында шаҡтай киң таралған. «Алпамыша зыяраты», «Алпамыша ҡәбере», «Алпамыша ташы» тибындағы топонимик легендаларҙы Башҡортостандың төрлө райондарында, шулай уҡ Силәбе, Ырымбур яҡтарында осратырға мөмкин. Яҙмаларҙан күренеүенсә, халыҡ алпамышаларға бәйле урындарҙы, ҡағиҙә булараҡ, изгеләштереп ҡараған. Башҡортостандың Архангел районы Ҡыҙылъяр ауылында 78 йәшлек Исмәғил Әлимғужиндан Әхмәт Сөләймәнов яҙып алған «Алпамыша ҡәбере» тигән бер легендала, мәҫәлән, шундай юлдар бар: «Алпамыша изге кеше, әүлиә булған. Ул үлгәс, ат еткән ерҙән тупраҡ ташып күмгәндәр. Шулай яһалған ул тау кеүек ятҡан түң». «Әүлиәлек» һыҙаты боронғо легендаларға, күрәһең, ислам дине йоғонтоһонда килеп ингән һуңғараҡ күренеш. Алпамышалар мотивы топонимик мәғлүмәт биреү ниәтенән төҙөлгән сюжеттар менән генә сикләнмәй. Ундай сюжеттарға үрелеп, икенсе, шулай уҡ бик әһәмиәтле мотивтар ҙа ҡушылып китә. Был йәһәттән Ғ. Б. Хөсәйенов яҙып алған бер легенда айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уята: Алпамышаның ете аҙымынан башҡорттарҙың ете ырыуы йәйләр ете йәйләү барлыҡҡа килеү мотивына, халҡыбыҙҙың боронғо ырыу башын Алып батырҙар тоҡомона илтеп ялғау (этногенетик мотив) кеүек күренештәр урын ала. Дөйөм алғанда, башҡорт фольклорындағы алпамышалар образы, легендаларҙағы топонимик мотивтар башҡа бик күп халыҡтарҙың легендаларындағы мотивтарға яҡын, айырым осраҡтарҙа улар хатта бер-береһенә тап килә тиерлек. Әйтәйек, «Великан ҡыҙҙары һәм һабансы» тигән латыш легендаһының сюжеты менән «Мунсиктау» мотивтары араһында әллә ни айырма юҡ тиерлек. Уларға мордва, мари легендалары ла бик яҡын. Дәү баһадирҙарҙың тоҡом, ырыу башлаусы булыу мотивы шулай уҡ мари, удмурт, эстон легендаларында урын ала. Алптарҙың ҡынйырағынан (итегенән) ҡойолған ҡом, ҡупҡан балсыҡтан тауҙар барлыҡҡа килеү мотивының таралыу ареалы айырыуса киң: ул Балтик диңгеҙе буйҙарынан Кавказ тауҙарына тиклем, артабан көнсығышҡаса дауам итә . Был мотив Көнбайыш Европа илдәренең фольклорында ла бар . Урал алды, Волга буйы төркиҙәренең ижадында алпамышалар мотивының булыуы Ибн-Фаҙлан (Хб.) яҙмалары буйынса ла билдәле.


Эпостың халыҡ телендә һаҡланышы
«Алпамыша» эпосының ҡайһы бер өҙөктәре 2010 йылда Хәйбулла районының Вәлит ауылында йәшәүсе Мәхмүтов Зиннәтулла Ғиматулла улы тарафынан бәйән ителә (1929 йылғы).
Элек ҡарт менән әбейҙең бер генә улы, алты йәшәр Алпамыша булған. Шул баяғы алты йәшәр Алпамыша көн дә үҫкән, ҙур үҫкән. Тышҡа сыҡһа, үҙенең йәштәге күрше малайҙарын күтәрә һуғып, көрәшеп йөрөгән. Шуға Алпамыша тип әйткәндәр уға, ҙур кәүҙәле булғанға, һунарсы булғанға. Ҡош-ҡортто, ҡырҙағы хайуандарҙы аулаған. Уны байҙар зинданға төшөрөп һалғандар. Алты ҡолас ала бейәһе булған, шуны менеп йөрөгән, бүтән аттар уны күтәрә алмаған. Алт­мыш аршынлы зинданда ятҡан. Унан сыға алмаған, ҡулын да, аяғын да бығаулағандар. Алпамышаның Алмашәкәр тигән ҡарындашы булған бит әле, Барсынһылыу тигән ҡатыны булған. Шунан баяғы Алпамышаның бейәһен тотоп алып, алтын һарайға байҙар бикләгәндәр. Танауына ла, ҡолағына ла уның ҡурғаш ҡойғандар. Алпамышаның тауышын ишетмәһен, тип. Әгәр ишетһә, был бейә йортто ярып сығып китергә мөмкин. Шул көйө торған булған ул ашап-эсеп.
Алпамыша зинданда: «Мине сығарығыҙ», – тип әйтеп ятҡан. Ул яҙын ҡоштар килгәнен, көҙ ҡоштарҙың ҡаңғылдап осоп киткәндәрен генә белеп ятҡан. Бүтән бер нәмә лә белмәгән. Ҡоштарға: «Мине ҡотҡарығыҙ», – тигән. Ҡоштар уға: «Һин беҙҙе ныҡ йонсоттоң, ята бир әле», – тип осоп китәләр, ти. Уның ауҙа йөрөгәндә балаларын атҡанын яратмағандар.
Зиндандан ҡотолорға уға бер күгәрсен ярҙам иткән. Күгәрсен уның эргәһенә төшкән булған. Был хат яҙған да, күгәрсенгә ҡыҫтырып ебәргән. Барсынһылыу бикәсе менән бейә һауып йөрөгәндә бер күгәрсен килеп төшкән дә, ерҙә осмай тик йөрөй, ти. Барсынһылыу тотайым тиһә, баяғы ҡағыҙы килеп төшкән. Шунда Алпамыша яҙған: «Алты ҡолас ала бейәне тап, ошо мин яҙған ҡағыҙҙы ел үре яғына барып, бисмилла, тип әйтеп, һелкет. Шунда бейәнең ҡолағындағы, танауындағы ҡурғышы иреп сығыр», тип яҙған, ти. Барсынһылыу Алпамыша әйткәнсә эшләгән. Алпамыша бейәнең ҡойроғона йәбешеп сыҡҡан. Шул бейә ҡойроғоноң көсө генә еткән Алпамышаға.
1961 йылда Н.Д.Шоңҡаров Куйбышев өлкәһе (хәҙерге Һамар өлкәһе), Алексеев районы, Ташбулат ауылында йәшәүсе Дәүләтшин Әхәт Сөләймән улынан магнитофонға яҙып алған варианты:
Ҡара ҡаҙым,
ҡара ҡаҙым,
Килсе, ҡаҙым,
килсе, ҡаҙым,
Килсе, ҡаҙым.
Ҡанатыңа хат яҙайым,
килсе, ҡаҙым.
Алпамыша,
Алпамыша,
Һиндермеһең,
һиндермеһең,
Һиндермеһең,
Һин дә былай булһаң,
Ята бир гел,
ята бир гел,
Ята бир гел.
Ҡырҙағыбыҙҙы ҡырып өйҙөң,
Өйҙәгебеҙҙе өйөп өйҙөң,
Өйөп өйҙөң.
2014 йылда был эпостың ҡайһы бер сюжеттары Күгәрсен районы Исем ауылында Ишкилдина Шәмғиә Ғөбәйҙулла ҡыҙынан (1937 йылғы) Гөлнар Юлдыбаева яҙып ала.
«Алпамыша» тигәнде әбейҙәр көйләп һөйләй торғандар ине.
Шул Алпамыша бик һунарсы булған инде, ҡош-ҡорттарҙы атып китә торған буған. Шунан уны байҙар нисектер бикләп, зинданға япҡандар. Алпамыша шул зинданда булһа ла, ҡоштоң ҡауырыйы менән ҡумыҙ тартып ятҡан. Аҡҡоштар үтеп барышлай былап тип йырлаған:
Уйҙа булһа, уйҙа ҡырҙың,
Һыуҙа булһа, һыуҙа ҡырҙың,
Һин дә былай булмам, тинең,
Һин дә былай булдыңмы ней?
Һин дә былай булдыңмы ней?
Әҙерәк кенә ята бир,
Әҙерәк кенә ята бир, —
тип .

«Алпамыша» топонимикала
«Алпамыша» йырҙарҙа
Һуңғы йылдарҙа фольклор экспедициялары тарафынан байтаҡ ҡына эпик әҫәрҙәр үҙҙәренең әйтелеү көйҙәре менән бергә яҙып алынған. Сағыштырып ҡарағанда, эпос әҫәрҙәренең башҡарылыу көйҙәре бер-береһенән һиҙелерлек айырылып торғаны күренә. Бер үк әҫәр көйөнөң дә вариациялары бар. Был йәһәттән «Алпамыша» көйө миҫал була ала. Әҫәрҙе көйләп башҡарыуҙың мөһим бер үҙенсәлеге шунда: башҡарыусы шиғри тексты гел генә бер көй менән көйләмәй, бәлки бер төркөм строфанан икенсеһенә күскән һайын көйҙөң яңынан-яңы вариацияларын бирә, биҙәктәр өҫтәй. Шул сәбәпле аудиторияла башҡарыусыны ялҡмайынса тыңларға мөмкинлек тыуа.
Көй варианттарын Н.Д. Шоңҡаров яҙып ала, К.Й. Рәхимов нотаға һала.
«Алпамыша» йырын күп төркөмдәр, йырсылар башҡарған һәм башҡара. «Арғымаҡ» төркөмө менән Наил Юнысов башҡарыуында был йыр бик зауыҡлы
Республикабыҙҙа данлыҡлы эпос геройы исемен йөрөткән этно төркөм дә бар
«Алпамыша» картиналарҙа
Халыкбердыев Е. А. "Алпамыш. Пир" картинаһы. киндер, майлы буяу. 2006 й.
Ҡулланылған әҙәбиәт:

1. Башҡорт халыҡ ижады. III том. Эпос. Өфө, 1998.
2. Галин С.Ә. Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады. Өфө, 2004.
3. Кирәев Ә.Н. Башҡорт халҡының эпик ҡомартҡылары. Өфө, 1961.
4. Сәғитов М. Боронғо башҡорт ҡобайырҙары. Өфө, 1987.
5. Өммәти З. Башҡорт, типтәрләрнең жыр, бәетләре. Өфө, 1909. Ғәрәп графикаһында.
6. Башкирское народное творчество. Т. I. Эпос. Уфа, 1987.
7. Галин С.А. Башкирский народный эпос. Уфа, 2004.
8. Киреев А.Н. Башкирский народный героический эпос. Уфа, 1970.
9. Юлдыбаева Г.В. Башҡорт эпостарының халыҡ телендә һаҡланышы // Ватандаш. 2017. № 2. 156–162-се б.
10. Хажиев Р. Мәсетлелә үҙенсәлекле урындар бар // Башҡортостан. 2011. 7 декабрь.
© Әбделмәнова Ә.В., автор-төҙөүсе, 2020