Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
«Алдар менән Зөһрә» хикәйәте:
башҡорттарҙы берләшеүгә саҡырыу
«Алдар менән Зөһрә» хикәйәте – башҡорт халҡының эпос традицияһында яҙылған ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыһы. Хикәйәттә тарҡау башҡорт ырыуҙарын берләштереү өсөн көсөргәнешле көрәш барған иртә феодаль ҡоролошҡа ҡағылышлы ваҡиғалар тураһында һүҙ бара.
Башҡорт эпосының рус теленә тәржемәһе беҙҙең көнгә тиклем 1961 йылда Рәсәй милли китапханаһы фондтарында Өфөнән әҙәбиәт белгесе Морат Рәхимҡолов тапҡан билдәһеҙ автор ҡулъяҙмаһы арҡаһында килеп еткән. «Мои вечера. Сказки башкирские» тип аталған ҡулъяҙма әле лә ошо китапханала һаҡлана, ә фотокүсермәһе Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Ғилми китапханаһында. Хикәйәттең башы һәм һуңғы биттәре юғалған.

Ҡулъяҙма авторына бәйле әле һаман берҙәм фекер юҡ, фараздар ғына бар. Әммә бөтә тикшеренеүселәр ҙә был эпостың башҡорт халҡының иң әһәмиәтле ауыҙ-тел ижады ҡомартҡылары иҫәбенә инеүен таный.
«Алдар менән Зөһрә» эпосында нимә тураһында һүҙ бара
«Алдар менән Зөһрә» хикәйәте ҡыйыу Алдар батырҙың данлы эштәре һәм көс-ғәйрәттә унан ҡалышмаған Зөһрә исемле ҡыҙ менән мөхәббәте тураһында бәйән итә. Алдар дала халҡының (ете ырыуҙың) етәксеһе булһа, Зөһрә – ул ваҡыттағы башҡорт ерҙәренең төньяҡ-көнбайышында йәшәгән урман халҡы башлығының ҡыҙы. Ул заман өсөн көнүҙәк булған ырыу һәм ҡәбиләләрҙе берләштереү идеяһы ике ҙур ырыу союзы вәкилдәрен өйләндереүҙә сағылыш тапты.

Эпоста халыҡ тормошоноң ысынбарлыҡтағы торошо киң яҡтыртыла: ғөрөф-ғәҙәттәр, күсмә халыҡтарҙың көнкүреше һәм хужалыҡ тәртибе, уларҙың йолалары һәм дине, ябай һәм байрам көндәре, шул иҫәптән спорт ярыштарында ҡатнашыу һәм хәрби көрәш төрҙәрен күрһәтеү ҙә бар. Уҡыусы халыҡ өсөн мөһим булған һуғыш һәм тыныслыҡ мәсьәләләренең нисек хәл ителеүен дә, нисек итеп ырыу башлыҡтары һәм батырҙарының йыйынға йыйылыуы тураһында ла өйрәнә. Башҡорттарҙың күршеләр – Болғар ханлығы, нуғайҙар, ҡарағалпаҡтар, төркмәндәр менән үҙ-ара мөнәсәбәте тураһында бәйән ителә. Бөтә халыҡтар ҙа тыныслыҡта һәм татыу йәшәргә, дошманлашырға түгел, ә бер-береһенә ярҙам итергә тейеш, тигән фекер үткәрелә.

«Алдар менән Зөһрә», эпиклыҡҡа тартым булыуға ҡарамаҫтан, үҙенә күрә халыҡ романы ул. Уның композицион үҙенсәлеге хикәйә эсендә хикәйә кеүек уникаль форманан ғибәрәт. Хикәйәт башында тол ҡалған һәм өс улын юғалтҡан, әммә туғандары кәңәше менән Ҡыҙрастың ҡыҙы Зөһрәгә өйләнергә ниәтләгән урман халҡы башлығы Аллабирҙе тураһында һүҙ бара. Өҫтәүенә ҡатын да тол ҡалған була. Артабан Зөһрәнең монологы – һынауҙар менән тулы ябай булмаған яҙмышы тураһында хикәйәләүе килә.
Һылыу ҡыҙ Зөһрә бала саҡтан ирҙәр кеүек булырға тырыша, хатта ат сабыштарында егеттәр менән ярыша. Ҡыҙ оҫта уҡ ата, йәнлектәргә һунарҙа башҡаларҙан алда елә. Бер ваҡыт хатта оло аҡ айыу менән көрәшә. Урындағы батырҙарҙа Зөһрәнең ҡыланышы ҡурҡыу уята, берәү ҙә уны яусыларға йөрьәт итмәй. Һәм ҡыҙ-батыр киләсәген белергә теләп Ағиҙел башына юл тота, унда күрәҙәсе менән осраша. Күрәҙәсе уға буласаҡ кейәүе – Алдар батыр тураһында һөйләй. Егет иһә уны Ҡандракүл буйында, ата-әсәләре янында эҙләй.

Зөһрәнең тыуған яғында ҡыҙҙары ҡайтыуы уңайынан ат сабышы һәм батырҙар көрәше менән оло байрам ойошторола. Алдар менән Зөһрә таҫыллыҡ һәм ғәйрәттә бер-береһенә тиң булыуын күрһәтә. Зөһрәнең, еңеүсегә сығам, тигән шарты үтәлә, сөнки сабып барған килеш Алдар уны эйәрҙән күтәреп тартып ала. Туй үткәргәс, йәштәр Алдарҙың туғандары йәшәгән ергә юллана. Ошонда хикәйәт тамамлана. Үкенескә күрә, финал өлөшө юҡ.
Үҙенсәлеге шунда – хикәйәттә реаль ысынбарлыҡ фантастик эпизодтар менән үрелеп бирелә. Был кире персонаждар – төп геройҙың дошмандарын һүрәтләгәндә айырыуса йыш осрай. Улар араһында ғифриттәр – аждаһа башлы, ҡош тырнаҡлы һәм тотош тәңкә менән ҡапланған мифик заттар, хатта дейеү һәм сихырсылар бар.

Һис шикһеҙ, хикәйәттә исламдың етди йоғонтоһо ла сағылыш тапҡан. Мәҫәлән, иң ауыр мәлдәрҙә геройға Мөхәммәт пәйғәмбәр үҙе һәм уның ерҙәге илсеһе Хызыр Ильяс ярҙам итә.

Эпоста, һәр хикәйәттәге кеүек үк, ғәҙәттән тыш физик көскә эйә һәм миһырбанлыҡ, тыйнаҡлыҡ, ғәҙеллек тойғоһо, һөйөүҙә тоғролоҡ һәм халыҡ дошмандарына аяу белмәү кеүек кешелектең иң яҡшы сифаттарын туплаған идеаль геройҙар эш итә. Иң элек был Алдар менән Зөһрә батыр.

«Берләшеүгә өндәү» – Өфөлә 1986 йылғы баҫмала донъя күргән «Алдар менән Зөһрә» эпосына инеш һүҙгә йыйынтыҡты төҙөүсе Мөхтәр Сәғитов шундай исем биргән. Һәм был, ысынлап та, эпостың төп мотивы.
Ҡулъяҙма авторлығы тураһында бәхәстәр
«Мои вечера. Сказки башкирские» ҡулъяҙмаһы «кисәләр» тип аталған 56 хикәйәнән тора. Хикәйәттең төп геройҙары – легендар башҡорт батырҙары Алдар менән Зөһрә.
Алда әйтелеүенсә, башы һәм аҙағы булмаған ҡулъяҙма Ленинградта М. Е. Салтыков-Щедрин исемендәге Халыҡ китапханаһының (хәҙер ул Санкт-Петербург ҡалаһындағы Рәсәй милли китапханаһы) ҡулъяҙмалар фондында, аныҡлап әйткәндә, Ырымбур крайын өйрәнгән билдәле краевед, тарихсы һәм археолог Р. Г. Игнатьев фондында табыла. Был эпик һәм шул уҡ ваҡытта көнсығыш традицияһында яҙылған текст («Мең дә бер кисә» әкиәттәр китабына оҡшаш) рус-башҡорт әҙәбиәте бәйләнешен өйрәнгән, СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғилми хеҙмәткәре Морат Ғәлим улы Рәхимҡолов тарафынан табыла. Беренсе тапҡыр «Мои вечера. Сказки башкирские» 1986 йылда «Алдар и Зухра» исеме аҫтында рус телендә баҫылып сыға. Унан алдараҡ ошондай уҡ исем аҫтында эпосты шағир Рәми Ғарипов башҡорт теленә тәржемә итә һәм ул 1977 йылда «Башҡорт халыҡ ижады» (2-се бүлек, эпос) китабында сыға.

Морат Рәхимҡоловтың 1961 йылдағы табышы тураһында үрҙә күрһәтелгән ике баҫманың да төҙөүсеһе һәм аңлатма биреүсеһе булып сығыш яһаған әҙәбиәт белгесе Мөхтәр Сәғитов телгә ала. Аңлатмаларҙа ғалим: «Мои вечера. Сказки башкирские» әҫәре рус теленә тәржемә ителеп, 1812 йылда Ҡазанда баҫылып сыҡҡан «Ҡуҙыйкүрпәс» ҡомартҡыһының логик дауамы булып тора», – тип билдәләй. Был ысынлап шулаймы һәм кем ул Т. Беляев?


Оҙаҡ һәм ентекле эҙләнгәндән һуң, Морат Рәхимҡолов Тимофей Беляевтың тәржемәсе түгел, ә оло башҡорт ырыуы башлығы Ҡарабайҙың улы, башҡорт батырының бөйөк эштәре тураһында бәйән иткән «Ҡуҙыйкүрпәс» хикәйәтенең авторы булыуын асыҡлауға ирешә. Был әҫәрҙең тулы исеме үҙенсәлекле: «Куз-Курпяч, башкирская повесть, писанная на башкирском языке одним курайчем и переведенная на российский в долинах гор Рифейских, 1809 года». Хикәйәттең исемендә лә Тимофей Беляев әҫәрҙең башҡортсанан тәржемә ителеүен һәм быны һөйләгән ҡурайсының барлығын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Әммә ләкин, Морат Ғәлим улы «Встречи с Башкирией» (1982 й.) һәм «От Пушкина до Толстого» (2009 й.) китаптарындағы мәҡәләләрендә раҫлауынса, автор, сәсән, халыҡ эпосының интерпретаторы һәм ҡурайсы ла – ул үҙе, йәғни цензуранан ҡасып йәшеренергә мәжбүр булған Тимофей Беляев.
Кем ул Тимофей Беляев?
Яҡташыбыҙ Тимофей Беляевтың тарихы һәм яҙмышы ғәжәйеп.
Тимофей Савельевич Беляев (1768–1846) –
уҡый-яҙа белгән крепостной, бай һәм абруйлы Ырымбур помещигы, граф Николай Иванович Тимашевтың хеҙмәтсеһе. Хужаһының кәңәше буйынса Беляев башҡорттарҙан күп тапҡыр ишеткән хикәйәттәрҙе үҙенсә тулыландырып яҙып барған. Һис шикһеҙ, ул башҡорт телен яҡшы белгән, бәлки үҙе лә суҡындырылған башҡорт булғандыр. Башланғыс белемде ул Николай Тимашевтың крепостной крәҫтиәндәр өсөн төҙөгән ауыл мәктәбендә алған. Артабан үҫмер үҙ алдына белем алыуын дауам иткән, күрәһең.
Үҙ заманы өсөн был граф алдынғы ҡарашлы кеше була. Ул шағир Гаврила Романович Державин менән таныш булған, быны беҙ Беляев тарафынан Николай Тимашевтың ярҙамсыһы йәки секретары Тимофей Беляевтан билдәле шағирға яҙҙырылған хатынан беләбеҙ. Хат Г. Р. Державин архивында һаҡлана, был материалдар ҙа әле Петербург китапханаһында.

Шуны билдәләргә кәрәк – Беляевтың «Ҡуҙыйкүрпәс» повесы башҡорт эпосы мотивтары буйынса яҙылған тәүге баҫма әҫәр, ғөмүмән, башҡорт халҡының йәшәйеше һәм ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында бәйән иткән рус телендәге тәүге баҫма була.
Морат Рәхимҡолов әйтеүенсә, Беляев редакцияһындағы «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу» эпосын фәнни яҡтан өйрәнгән тәүге кеше – Мәскәү профессоры Л. И. Климович. Өфө тикшеренеүсеһе уның менән һуңынан хатлаша. 1962 йылда Өфөлә башҡорт эпосы «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу»ҙың тәүге баҫмаһына 150 йыл тулыуға арналған фәнни сессия ла үткәрелә. Унда илебеҙҙең билдәле яҙыусылары һәм әҙәбиәт белгестәре сығыш яһай. Әммә, М.Ғ. Рәхимҡоловтың «Башкирская повесть крепостного грамотея» тигән мәҡәләһендә белдергән үкенесенә күрә, профессор Л. И. Климович, Тимофей Беляев – ни бары эпостың тәржемәсеһе генә, тигән тәүге версияһына тоғро ҡала. Улайһа, башҡорт телендәге төп нөсхә ҡайҙа? Уны берәү ҙә күрмәгән, сөнки асылда ундай текст юҡ.

Тимофей Беляев шәхесе тураһында яңы мәғлүмәттәр 1980 йылда Ырымбурҙың «Южный Урал» газетаһында баҫылған ҙур булмаған мәҡәләнән билдәле була. Тарихсы Ю. Зобов Ырымбур өлкәһенең Дәүләт архивындағы яҙмаларҙы өйрәнеп, 1795–1834 йылғы ревизиялар (йәниҫәп) материалдары буйынса ысынлап та хеҙмәтсе Тимофей Савельевич Беляев тигән кеше булыуын асыҡлай. 1795 йылғы ревизия буйынса уға – 27, ҡатыны Марфаға 23 йәш була. Граф Тимашевтың усадьбаһы урынлашҡан Ташлы (хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән районы) ауылында тыуған. Беляевтар ғаиләһендә туғыҙ бала үҫкән. Ҡатыны иртә үлгән, һәм оло ғаиләгә хәстәрлек күреү уның иңенә ята. Шуға ла яҙыусы-самородок, был туралағы ниәте тураһында башҡорт повесына һуңғы һүҙендә әйткәнсә, «Ҡуҙыйкүрпәс»тең икенсе өлөшөн яҙа алмаған.
Мәҡәлә авторы шундай һығымта яһай, һәм М. Ғ. Рәхимҡолов уның менән килешә. Бына ошолай тамамлана «Башкирская повесть «крепостного грамотея» (книга «От Пушкина до Толстого») очеркының аҙағы: «Шулай итеп, Н. И. Тимашевтың Г. Р. Державинға хаттарынан күренеүенсә, әлегә тиклем һаналғанса, Тимофей Беляев «Ҡуҙыйкүрпәс»тең тәржемәсеһе түгел, ә әҫәрҙең авторы, билдәле башҡорт эпосы сюжетының интерпретаторы, сәсән. Крепостной Тимофей Беляев үҙенең әҫәрен хужаһы Н. И. Тимашевҡа бағышлаған, күрәһең. Беляевты «Мои вечера. Сказки башкирские» әҫәрен (берҙәй «Ҡуҙыйкүрпәс»те лә) башҡортсанан руссаға тәржемә иткән тиеүгә нигеҙ юҡ. Әҙәби ҡомартҡы булараҡ «Минең кистәрҙең» идея-художество ҡиммәтен танып, һәм уларҙың башҡорт теленә тәржемә ителеүен һәм йыйылма күп томлы башҡорт фольклоры баҫмаһында донъя күреүен хуплап, шулай ҙа, уларға Тимофей Беляевтың ниндәй ҙә булһа ҡыҫылышы барлығы иҫбат ителмәгән, тип иҫәпләйбеҙ».

Ҡасан да булһа был әҙәби йомаҡ сиселер, тип ышанырға ғына ҡала. Бәлки, графологик экспертиза ярҙам итер, Тимофей Беляев ҡулы менән яҙылған хаттар шағир Г. Р. Державиндың фондында һаҡлана бит.

Бер нисә хужа алмаштырыуға ҡарамаҫтан, «Минең кистәр» ҡулъяҙмаһының ваҡыт үтеү менән юғалмауы – башҡорт эпостарын өйрәнеүселәр өсөн ҙур уңыш. Петербург китапханаһы фондына был әҫәр 1887 йылда килеп эләгә, 1961 йылдан тикшерелә башлай.
«Алдар менән Зөһрә» эпосының әһәмиәте
Фольклор әҫәрҙәре – халыҡтың тарихи үткәнен, уның уникаль рухи мәҙәниәтен, донъяға ҡарашын һәм йәшәйеш ҡиммәттәре системаһын өйрәнеү өсөн бай сығанаҡ. Ауыҙ-тел ижады жанр йәһәтенән бик бай: мәҡәлдәр һәм әйтемдәр, мәҫәлдәр, йыр һәм ҡобайырҙар, әкиәт һәм хикәйәттәр. Был жанр төрлөлөгө халыҡ кисергән ваҡиғаларҙың эмоциональ яғын күрһәтә. Ә йыраусылар, сәсәндәр, ҡурайсылар (Тимофей Беляевтағы кеүек – курайчи), уларҙы киләсәк быуынға һаҡлап, нығынған текстарға үҙҙәренән өҫтәмәләр һәм аңлатмалар индерә.

«Алдар менән Зөһрә» эпосында ырыу вәкилдәре булып сығыш яһаған төп геройҙарҙың ырыуҙарының берләшеүе башҡорт халҡының берләшеүен сағылдыра. Берҙәмлек һәм татыулыҡ ҡына халыҡҡа яҡты киләсәккә илткән юлда бөтә һынауҙарҙы еңеп сығырға һәм иҫән ҡалырға өмөт бирә. Эпостар халыҡтың күңелен, уның йолаларын һәм мәҙәниәтен аңларға мөмкинлек бирә, изгелектең яуызлыҡты еңеренә ышандыра.
Археологтар табышы
Урта быуатҡа ҡараған «Алдар менән Зөһрә» эпосының сюжеты ни ҡәҙәр ысынбарлыҡҡа тап килә? Был һорау ҙа тикшеренеүселәрҙе ҡыҙыҡһындыра. 1992 йылда археолог Р. С. Баһаутдинов Ульяновск өлкәһендә беҙҙең эраның VII быуатына ҡараған ҡәберлектә гравировка техникаһында төшөрөлгән һүрәттәре менән һөйәк пластиналары фрагменттарын таба. Һүрәттәр бер стилдә һәм бер үк автор менән башҡарылған. Уларҙа төрлө күренеш: айыуға һунар, батырҙар көрәше, ҡанатлы ике аждаһа һуғышҡаны төшөрөлгән. Археологтар табыштарҙы башҡорт эпосы «Алдар менән Зөһрә»нең сюжеты менән бәйләй.

Бынан тыш, «Алдар менән Зөһрә» хикәйәтенән фантастик образдарҙы Татарстандың Алексеевск районы биләмәһендәге Оло Тигәнәле ҡәберлегендә табылған ҡайыш биҙәктәрендә осратырға мөмкин. Был тағы бер тапҡыр беҙҙе, быуаттар дауамында билдәле тарихи ерлекте һаҡлаған эпик текстар этнос тарихын өйрәнеүҙә өҫтәмә сығанаҡ була ала, тигәнгә инандыра.
Автор
  • Елена Колоколова
Фото
  • Елена Колоколова, Мирона Доровских, из архива М.Г. Рахимкулова
Верстка
  • Рената Вахитова
Дата
9.12.19