Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК

Башҡорт халыҡ эпосы «Аҡһаҡ ҡола»

«Аҡһаҡ ҡола» – башҡорт ауыҙ-тел ижадының аҫыл ҡомартҡыһы, Шүлгән күленән сыҡҡан изге аттар тоҡомо хаҡындағы эпос-иртәк. Ошо әҫәр айҡанлы башҡорт халҡы үҙенең әсе яҙмышын, атап әйткәндә, феодаль мөнәсәбәттәр дәүерендәге ауыр тормошон һәм азатлыҡҡа ынтылышын сағылдыра. Эпоста шулай уҡ халыҡтың донъяға ҡарашы, фәлсәфәүи фекерҙәре, рухи-әхлаҡи тәрбиәһе һәм эстетик ҡиммәттәре яҡтыртыла.
Эпос Аҡһаҡ ҡола ҡушаматлы айғыр хаҡында. Йөкмәткегә ярашлы, Шүлгән күле төбөнән сыҡҡан изге тоҡомло ат бик яуыз хужаға эләгә һәм, аяуһыҙ тормошҡа сыҙай алмай, өйөрөн алып ҡаса. Бай улы уны ярҙамсылары менән ҡыуырға сыға. Өйөрҙө ҡыуып еткәс, ҡабат ҡайтыуҙарын үтенә һәм аҙаҡ тыңлашмағандары өсөн көтөүҙе үлтерә.

Әҫәрҙең икенсе бер версияһында егет Аҡһаҡ ҡолаға аттарҙы язаламаясағы хаҡында вәғәҙә бирә, ләкин һүҙендә тормай, өйөр айғырына уҡ ата. Яралы айғыр, үҙ сиратында, алдаҡсы егетте тибеп үлтерә.

Халыҡ эпосының мәғәнәһе әлеге көнгәсә оҙатыла килә. Белгестәр фекеренсә, әҫәрҙең йөкмәткеһе ҡәбәхәтлек һәм мәкерҙең яуапһыҙ ҡалмауы хаҡында ғына түгел, ә күпкә тәрәнерәк һәм фәһемлерәк ҡиммәттәр тураһында.
Әҫәрҙең варианттары
Билдәле булыуынса, «Аҡһаҡ ҡола» эпосы, башҡа әҫәрҙәр кеүек үк, быуындан-быуынға сәсәндәр тарафынан тапшырылған. Шуға күрә беҙҙең көндәргә ул төрлө вариантта, ауыҙ-тел ижады өлгөһөндә килеп еткән.
Башҡортостандың фольклор фондтарында «Аҡһаҡ ҡола» ның 20-гә яҡын төрө һаҡлана. Улар республика райондарында һәм Ырымбур өлкәһендә яҙып алынған.
1907 йыл
1907 йыл
М. Буранғолов
Аҡһаҡ ҡола хаҡындағы иртәк тәүге тапҡыр 1907 йылда Һамар губернаһының Быҙаулыҡ өйәҙе Үрге-Ильяс ауылында йәшәгән Хәсән сәсәндән яҙып алына. Уны башҡорт фольклорсыһы, шағир һәм драматург Мөхәмәтша Буранғолов ҡағыҙға төшөрә. Ул революцияға тиклемге берҙән-бер яҙма.
1943 йыл
1943 йыл
Ғ. Сөләймәнов
1943 йылда йырсы, ҡурайсы Ғата Сөләймәнов «Аҡһаҡ ҡола» ның көйлө өлгөһөн Баймаҡ районы Басай ауылында йәшәгән атаҡлы сәсән Кәрим Дийәров башҡарыуында яҙып ала.
1960 йыл
1960 йыл
Ә. Кирәев
«Аҡһаҡ ҡола» эпосының тулыраҡ варианты әҙәбиәтсе Әхнәф Кирәев (Кирәй Мәргән) тарафынан 1960 йылда Ырымбур өлкәһе Ҡолман ауылында йәшәүсе Ғибәҙулла сәсәндән яҙып алына.

Эпостағы Аҡһаҡ ҡола – Шүлгән күленән сыҡҡан изге аттарҙың затлы тоҡомонан. Тыумыштан уҡ зәғифләнеп, тояғын имгәткән ҡолон аҡһап атлай һәм ирекһеҙҙән кешеләр араһында йәшәргә мәжбүр була. Хужаһы уны бик ауыр йорт эштәренә егә, һөҙөмтәлә, малҡай бик аҙаплана һәм михнәт сигә. Көндәрҙән бер көндө Аҡһаҡ ҡола хужаһынан китергә хәл итә һәм үҙе менән тотош өйөрҙө эйәртеп ҡаса.
Н. Шоңҡаров
«Аҡһаҡ ҡола» ның көйгә һалынған ҡыҫҡа текстары, көйләп бәйән ителгән сюжеттары һуңынан фольклорсылар Ниғмәт Шоңҡаров менән Әхмәт Сөләймәнов ижадында сағылыш таба.
1971 йыл
1971 йыл
М. Сәғитов
Аҡһаҡ ҡола хаҡындағы эпосты 1971 йылда «Биш ҡолон» («Пять жеребят») исеме аҫтында уҡытыусы-пенсионер Зәйнәп Зөбәйерованан Мөхтәр Сәғитов яҙып ала. Бында иһә, айғырҙың сюжетынан тыш, бөтөнләй башҡа төрлө ваҡиғалар һәм геройҙар ҡатнашлығы һүрәтләнә.

Аҡһаҡ ҡола Уралды ташлап китергә теләмәй, ә Йәноҙаҡҡа (өйөрҙө ҡыуып килгән егеткә) тыуған ҡырҙарына – Туҡсоранға ҡайтырға кәрәк. Аҡһаҡалдың аҡыллы кәңәшенә һәм нәсихәттәренә таянып, Йәноҙаҡ Уралда ҡалырға хәл итә. Эпостың был варианты тыуған илгә һөйөү, йәнтөйәккә тоғролоҡ идеяһы менән һуғарылған.
Дөйөм алғанда, «Биш ҡолон» версияһынан тыш, эпостарҙың йөкмәткеһе араһында ҙур айырма юҡ. Барыһының да тиерлек эстәлеге тәрән мәғәнәле, тотороҡло булыуға нигеҙләнгән.
Бары тик кульминацион моменттар ғына айырыла: бер версияла тыңлауһыҙлығы арҡаһында тотош өйөр үлтерелә, икенсеһендә – вәғәҙәһен боҙоп, хужа Аҡһаҡ ҡолаға уҡтан ата, айғыр иһә алдаҡсы егетте тибеп үлтерә, өсөнсөһөндә – Бай улын үлтергәнсе өйөр үҙе тапай.

Тағы бер версияның аҙағында, Аҡһаҡ ҡола хужаһынан ҡасып киткәс, асыулы егет юл ыңғайы кәләшендә ҡуна ҡала. Төндә ул сәйер төш күрә, кәләше төштө үлемгә юрай. Бай улы 40 көн эсендә өйөнә ҡайтып етә һәм тере көйө ергә күмелә. Сәсәндең һүҙҙәре ошолай тамамлана: «Шулай итеп, вәғәҙәһен боҙған өсөн Бай улы үҙен-үҙе һәләк итә».

Эпостың ыңғай тамамланған версияһы ла бар, унда барыһы ла иҫән ҡала. Бай улы үҙенең ғәйебе менән яраланған Аҡһаҡ ҡоланан ғәфү үтенә, һәм өйөр хужаның йәйләүенә ҡайта.
«Аҡһаҡ ҡола» ның йөкмәткеһен төрлө ғалим төрлөсә аса
Башҡорт халҡының йәйләүҙән йәйләүгә күскән тарихи тормошонда аттар төп урынды биләй. Был хайуан – байлыҡ һәм муллыҡ, етеш тормош билдәһе һанала. Башҡорттар йылҡы малына бик һаҡсыл, хәстәрлекле мөнәсәбәттә булған. Ниндәйҙер ҡәбәхәтлек, атҡа ҡарата ҡанһыҙлыҡ бик һирәк күренеш һаналған. Атһыҙ башҡортто күҙ алдына килтереү ҙә мөмкин түгел.
Ат – башҡорт халҡының эпик әҫәрҙәрендә мәртәбәле урындарҙы биләгән изге хайуан. Башҡорт әкиәттәрендә ул йә Толпар һынында, йә һәр яҡтан һәләтле, тылсымлы Буҙ-толпар фиғелендә, йә бөтә кәртәләрҙе еңеп сығыусы мифик зат – Аҡбуҙат формаһында һүрәтләнә.
Ә бына «Аҡһаҡ ҡола» әҫәрендәге айғыр –кешеләргә ҡаршы көрәшкән, ҡатмарлы образ.

Башҡорт эпосы өсөн – был яңылыҡ һәм « идея мәғәнәһе йәмғиәттәге мөнәсәбәттәргә, социаль тигеҙһеҙлеккә, шәхси сифаттарға ҡайтып ҡала», тип иҫәпләй башҡорт яҙыусыһы, фольклорсы-ғалим Әхнәф Кирәев.

Уның фекеренсә, әҫәрҙәге хәл-ваҡиғалар феодализм осорондағы социаль тигеҙһеҙлекте, кешеләрҙең бер-береһен төрлө кластарға айырып ҡарауын, кәмһетеүен, йәберләүен, кешелек ҡиммәттәренең емереүен һүрәтләй. Тап Аҡһаҡ ҡола образы фәлсәфәүи кинәйә, әҙәби сағыштырыу аша байҙарҙың ярлыларға ҡарата мәрхәмәтһеҙ мөнәсәбәтен, яуызлығын сағылдыра. Азатлыҡ һөйгән сәмле халыҡ шундай баҫымдан ҡасырға тырыша, бәхет һәм ғәҙеллек эҙләп һуңғы сараларға бара, намыҫын яҡлап көрәшә. Башҡорт эпосын өйрәнеүселәр әҫәр йөкмәткеһе буйынса шундай һығымталарға килә.

Боронғо замандарҙа сәсәндәргә, ысынлап та, халыҡ батырҙарының азатлыҡ өсөн көрәше хаҡында асыҡтан-асыҡ әйтергә ярамаған. Сөнки ул социаль тигеҙһеҙлекте тағы ла ҡуҙғытыуға, халыҡты ниндәйҙер хәрәкәткә килтереүгә, ыҙғыш сығарыуға хәүеф янаған. Шуға күрә сәсәндәр изге көстәрҙең эшмәкәрлеге хаҡында кинәйә менән ҡош телендә сығыш яһаған.
«Кешеләргә бәхет бүләк иткән, «ат бөйөклөгө» ғаиләнең таянысы һәм терәге функцияһын үтәүҙән туҡтай һәм хеҙмәт «ҡолона» , йәберләү объектына әйләнә, – тип билдәләй Ә. Кирәев. – Аҡһаҡ ҡоланың зарлы монологында яҙмыш һынауҙарына ҡаршы көрәшергә саҡырыу сағыла».
«Әҫәрҙә халыҡтың төрлө кластарға бүленеү бәрелеше асыҡ сағыла, – тип дауам итә ғалим. – Бер яҡта хөр йәшәгән бейҙәр, хандар, ҡупшы бей ҡатындары, икенсе яҡта – хеҙмәтселәр, ҡымыҙ бешкән ҡатындар, һыу ташыған килендәр». «Хакимдар байрам итә, бейҙәр сабыштарҙа ярыша, ҡымыҙ эсеп йыр һуҙа», ә тормоштоң икенсе яғында – ябай халыҡ массаһы, көнө-төнө эшләп тә, йәбергә, ауыр яҙмышҡа дусар ителгән хеҙмәт кешеләре.

Шуға күрә Аҡһаҡ ҡола тигеҙһеҙлеккә ҡаршы сығып, үҙе генә китмәй, ә тотош өйөрҙө артынан эйәртә.
Иртәктәге геройҙар исеме лә социаль көсөргәнеште аныҡ сағылдыра. Өйөр аттарын эҙләргә ебәрелгән хужа улы – Бай улы. (Һүҙмә-һүҙ – бай улы.) Уның юлдашы, йәғни аттарҙы эҙләшергә сыҡҡан егет – Ҡарағол. (Тура мәғәнәһендә ҡара ҡол.) Бай улы үҙен бик тәкәббер, тупаҫ тота.

Юлда осраған йорттан бер ҡыҙ килеп сыҡҡас, бик һауалы яуап бирә, ярҙам тәҡдим иткән хәлдә лә кире ҡаға.


Өйөрҙө ҡыуып тотҡас, Бай улы Аҡһаҡ ҡолаға ҡабат ҡайтырға ҡуша, йәғни еңелергә саҡыра. Көтөү айғыры был үтенескә үҙ шартын ҡуя: береһен дә йәберләмәҫкә һәм, тупраҡ ашап, вәғәҙә бирергә. Бай улы ризалаша. «Һүҙеңдә тормаһаң, антың башыңа төшәсәк», – тип иҫкәртә аҡһаҡ айғыр. Аттар ҡабат борола, әммә хужа вәғәҙәһен боҙа: уҡ-һаҙағын киреп, Аҡһаҡ ҡолаға атып ебәрә. Айғыр иҫән ҡала. Уҡ уның ҡойроғона эләгеп, һырты буйлап кәйелеп оса ла, ҡолағына барып ҡаҙала.

Шул саҡ, эпостарҙың бер версияһына ярашлы, Аҡһаҡ ҡола алдаҡсы хужаға асыуланып, сатан аяғы менән тибеп ебәрә, егет шунда уҡ йән бирә. «Бай улы тупраҡ ҡабып биргән вәғәҙәһен боҙа. Ә был, боронғолар ырымы буйынса, ҙур гонаһ», –тип тамамлай сәсәндәрҙең береһе.

Эпик геройҙың үлеме менән тамамланған тағы бер нисә вариант бар. Шулай итеп, хужаның үлеме яуызлыҡтың еңелеүенә, ә ғәҙеллек һәм азатлыҡ яҡлы халыҡтың еңелмәҫ булыуы ишара.
«Аҡһаҡ ҡола» ның сюжет нигеҙендә социаль тигеҙһеҙлек һәм төрлө ҡатламдарға бүленгән халыҡтың үҙ-ара бәрелеше ятыуын фольклорсы-ғалим Салауат Ғәлин дә билдәләне. Боронғо башҡорттарҙың йәмәғәт тормошо социаль ҡатламдарға бүлгеләнеү менән эпик әҫәрҙәрҙәге тарихи ысынбарлыҡ та, уның сағылышы ла, формаһы ла үҙгәрә. Төрлө кластарҙың формалашыуына тәү сиратта етештереүсе көстәр йоғонто яһай. Күсмә тормош алып барған ерле халыҡ өсөн ул йылҡысылыҡ, малсылыҡ үҫеше менән билдәләнә. Мал формаһында шәхси милек барлыҡҡа килә, ул иһә үҙ сиратында ырыу башлыҡтары – бейҙәрҙең иҫәбенә камиллаша. Шуның менән бергә яллап эшләтелгән хеҙмәтселәр, көтөүселәр, мал ҡараусылар ҡатламы барлыҡҡа килә.
Һөҙөмтәлә, йәмғиәттә башҡаларҙы кәмһетеүгә ҡоролған социаль тигеҙһеҙлек формалаша. Бындай тәртип ырыу-ара ғөрөфтәргә, үҙ-ара мөнәсәбәттәргә лә ҡағыла. «Аҡһаҡ ҡола» эпос-иртәге ошо күренештәрҙе асыҡ сағылдыра.
«Б иш ҡолон» эпосы иһә һуңғараҡ барлыҡҡа килгән вариант. Бында ике дәүерҙең йәшәйеш тәртиптәре, тарихи ваҡиғалар ярайһы айырыла. Береһендә – боронғо, архаик быуаттар сағылышы, икенсеһендә – үҙгәрештәр кисергән икенсе заман, әхлаҡи-этик мотивтар йөкмәткегә бүтәнсә күҙлектән һалынған (илһөйәрлек һәм тоғролоҡ, йәнтөйәккә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәт).
Замандашыбыҙ, ғалим-этнограф Розалиә Солтангәрәева фекеренсә, «Аҡһаҡ ҡола» эпосы – боронғо ысынбарлыҡ, ырым-ышаныуҙар, мифтар, Йыһан серҙәре, ғөрөф-ғәҙәттәр һәм тылсымлы көстәр донъяһы хаҡындағы әҫәр.

Розалиә Солтангәрәева
«Кешелекте туйындырған, һыйындырған тирә-яҡ тәбиғәткә ҡаршы көрәш түгел, ә татыулыҡ һәм гармония идеяһы – әҫәрҙә ошо аҡыл юғары һүҙ сәнғәтендә нәфис һәм кинәйәле итеп яҡтыртыла. Түлле тоҡом малҡайҙарҙың бер-береһен һаҡлауы, мифик аттың кешеләрсә ғәмәлдәр ҡылыу идеяһы, төрлө төҫтәге йылҡыларҙың юғалыуы һәм уларҙы көтөү-көтөү үлтереү сюжеты әҫәрҙә ҡатмарлы текст барлыҡҡа килтерә. Шулай итеп, Аҡһаҡ ҡоланың хужаһына үпкәһе – архаик замандарҙағы ҡорбан килтереү йолаһының кинәйәле формаһы. Үпкәләүҙең нигеҙе хужаның ҡаты мөнәсәбәтенә түгел, ә миҙгелдәрҙең яңырыу осорона, календарь циклдарына бәйле. Өйөрҙөң китеүе – ниндәйҙер айырым дәүерҙең китеүе. Үҙәк герой – Аҡһаҡ ҡоланың образы ла йылҡы малын культҡа әйләндереү мәғәнәһендә яҡтыртылмай, ә Кеше һәм Ат һынында ике донъяның бәрелешен сағылдыра». Ат – борон-борондан башҡорт халҡының мифологик хайуаны, уны көндәлек тормошта ҙурлай, уға таяныу бихисап ғөрөф-ғәҙәттәрҙә сағылыш таба. Аттың хужанан үс алыу моменты мифтан ситләшә һәм социаль-тарихи әһәмиәткә әүерелә. Унда аттың боронғо изге тоҡомдан сығыуы, кешене ҡайһы бер әхлаҡи нормаларға өйрәтеү култы һаҡлана. Бынан тыш, Аҡһаҡ ҡоланың сатанлығы – изге йәнле булыуы билдәһе. Аттарҙы үлтереү мотивы – ҡорбан килтереү ғөрөфөнә бәйле. Мәжүсилек осорондағы йолалар "Аҡһаҡ ҡола" эпосында асыҡ сағыла. Тотош өйөрҙө үлтереү сюжеты тоҡомдо яңыртыу хаҡына эшләнгән ҡорбан килтереү мәғәнәһенә нигеҙләнә. Айғыр менән бергә көтөүҙең юҡҡа сығыуы (йондоҙҙарҙың юғалыуына, ваҡыт фазаһының үҙгәреүенә ишара), егеттең өйөрҙө эҙләп сығыуы (уҙған ваҡыт хаҡында уйланыу образы), көрәш һәм маҡсатҡа ынтылыш (аттарҙы үлтереү – иҫке дәүерҙең үтеүе), вәғәҙәне боҙоу (геройҙы һынау һәм икенсе донъяға инеү), төш юрау (икенсе донъя менән бәйләнеш) һәм геройҙың үлеме (ваҡыт арауығының тамамланыу билдәһе) – барыһы ла тәрән мәғәнәле йөкмәткегә эйә. Эпостың бөтә фабулаһы ваҡыт үҙгәреше хаҡындағы донъяуи мәғлүмәткә, кешеләрҙең мөнәсәбәтенә, ҡылыҡ-фиғеленә һәм ваҡыт үтеү менән үҙ ҡылыҡтарына яуап биреүенә нигеҙләнгән. Гонаһлы йәки сауаплы эштәр арҡылы ата-бабалар рухы алдында яуап тотоу, уңыштарға ирешеү йәки һәләкәткә тарыу фәлсәфәһе һалынған.(Мәҫәлән, вәғәҙәне боҙоу күренеше үлем язаһы менән ҡайтарыла)".
Дөйөмләштереп алғанда , «Аҡһаҡ ҡола» эпосының барлыҡ текстары ла тиерлек бер үк мәңгелек ҡиммәттәрҙе асып һала.
Күсмә халыҡ аңына ярашлы: кеше – йорт хайуандарының хужаһы – уларҙы яҡларға һәм хәстәрләргә бурыслы. Иртәктең йөкмәткеһе буйынса, изге атты рәнйетеп, хужа үлем язаһы ала.
1
«Аҡһаҡ ҡола» эпик әҫәре башҡорт халҡының тәбиғәткә ҡарата юғары әхлаҡи фәлсәфәһен сағылдыра. Хайуандарға ҡарата ҡанһыҙ мөнәсәбәтте башҡорт халҡы яратмай, сөнки кешене ашатҡан, кейендергән изге йән тип баһалай. Яҡлауға һәм хәстәргә мохтаж хайуандарға ҡарата миһырбанлы мөнәсәбәт кешене төрлө бәлә-ҡазанан һаҡлай, ә яуызлыҡ рухи һәм физик һәләкәткә илтә.
2
«Аҡһаҡ ҡола» әҫәре аша халыҡтың социаль тигеҙһеҙлек шарттарындағы йәшәйеше, азатлыҡҡа ынтылышы һүрәтләнә. Бөтә төр кәмһетеүҙәргә ҡаршы сығып, үҙ хоҡуҡтарын яҡларға тырышҡан, көрәшкә саҡырған халыҡтың уй-кисерештәре сағыла.
3
Иң мөһиме, әҫәр ата-бабаларыбыҙҙың боронғо йәшәйешен, донъяға ҡарашын, тормош-көнкүрешен яҡтырта.
4
«Аҡһаҡ ҡола» иртәгенең поэтикаһы һәм башҡарыу моңо
«Аҡһаҡ ҡола» эпосының халыҡсан һәм моңло теле айырым баһаға лайыҡ.
Жанр төрлөлөгө йәһәтенән әҫәр иртәккә ҡарай. Шиғырҙар унда проза менән сиратлаша. Проза өлөшө һөйләү формаһында уҡылһа, ә шиғри өлөшө көйләп, йәки музыка ҡоралы (думбра) ярҙамында моңға һалып уҡыла.

Эпик әҫәрҙең шиғыр формаһы ниндәйҙер кимәлдә ҡаҙаҡтарҙың – йыр, алтайҙарҙың – көй, ҡарағалпаҡтарҙың дастанын хәтерләтә.
«Аҡһаҡ ҡола» ның ҡайһы бер варианттарын йыш осраҡта ун юллыҡтар тәшкил итә. Персонаждарҙың поэтик монологы һәм диалогтары, ғәҙәттә, йыр формаһында башҡарыла, уларҙың айырым үҙ көйө бар. Был иртәккә үҙенсәлекле көй хас. Эпостың фрагменттары һамаҡ-көй стилендә әйтелә. Һамаҡ-көй (һамаҡ-йыр, һамаҡлау) бәйән итеп көйләү мәғәнәһенә эйә.

«Аҡһаҡ ҡола» ны башҡарған һәр йырсы әҫәргә үҙ стилен индергән: һуңғы юллыҡтарға баҫым яһаған, боролоштарын биҙәгән, тауышын йә юғарыраҡ тонда, йә шымыраҡ үҙгәрткән. Көйҙөң варианттары Хөсәйен Әхмәтов, Заһир Исмәғилев, Лев Лебединский тарафынан яҙып алынған һәм нотаға һалынған.
Эпостың замансалығы
«Аҡһаҡ ҡола» башҡорт халыҡ эпос-иртәге хәҙерге көнгәсә сәсәндәр һәм фольклор коллективтары тарафынан башҡарыла.
Республика Халыҡ ижады үҙәге видеоһы: «Аҡһаҡ ҡола» эпосын «Дәрт» халыҡ фольклор коллективы режиссеры Вилмир Әбүбәкеров башҡара.
«Аҡһаҡ ҡола» көйө әкренләп эпик йырға әйләнә. Көйләп уҡыу стиле йыр кеүек һуҙып башҡарыуға күсә, һөҙөмтәлә, йыр ҡағиҙәләре тәүге планға сыға.
«Аҡһаҡ ҡола» йырын «Асанай» ансамбле башҡара. Ғафури районы Сәйетбаба ауылы.
«Аҡһаҡ ҡола» йырын рәссам Екатерина Королдең ҡом анимацияһы фонында «Арғымаҡ» этно-төркөмө башҡара.
«Аҡһаҡ ҡола» эпосы донъялағы бер нисә телгә тәржемә ителгән.Урыҫ һәм төрөк теленә тәржемәләнгән өлгөләре бар.Үкенескә ҡаршы, хәҙерге заманда иртәк һәм ҡобайырҙарҙы дөрөҫ итеп, оҫта башҡарыу һәләтенә бик һирәктәр генә эйә. Бының өсөн башҡорт халҡының боронғо бәйәндәренә, аҫыл һүҙ сәнғәтенә, йыр-бәйеттәренә күберәк иғтибар бүлергә, өйрәнергә һәм үҫтерергә кәрәк
Эпосты БР-зың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, халыҡ сәсәниәһе Асия Ғәйнуллина башҡара.
БСТ архивынан «Аҡһаҡ ҡола» тапшырыуы ( автор - Ә. Сөләймәнов).
Сығанаҡтар:
1. Башҡорт халыҡ ижады / Төҙ. Ә. М. Сөләймәнов. Т. 3. Өфө: Китап, 1998.
2. Киреев А. Н. Башкирский народный героический эпос. Уфа: Башкирскоекнижное издательство, 1970.
3. Башкирский народный эпос. Москва: Наука, 1977.
4. С. А. Галин. Отражение в эпосе протеста против социального гнета // Башкирский народный эпос. Уфа, 2004.
5. А. Сулейманов. Башкирские сэсэны // Ватандаш. № 11. 2011.
6. Нравственный мир башкир: история и современность // Портал о дружбе народов «Все мы – Россия».
7. Духовная культура башкирского народа. Уфа: Башкирская энциклопедия, 2018.
8. Р. С. Сулейманов. Башкирская народная песня // Диссертации по гуманитарным наукам. http: //cheloveknauka.

Фото һәм видео: «Башинформ» архивынан, «Башкортостан» телерадиокомпанияһы, интернеттан.
© Акулова-Сөләймәнова Г. З., автор-төҙөүсе, 2020