Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
Рәмил Нагаевтың «Урал батыр»ы
АҠБУҘАТ ТОҠОМДАРЫ
Башҡорттарҙың спорт ярыштарының бер төрө булараҡ һыбай йөрөү
Борон күсмә тормош менән йәшәгән башҡорт халҡының тарихы ат менән айырылғыһыҙ бәйле. Улар күп быуаттар буйына ярым күсмә малсылыҡ, башлыса йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән. Аттар уларҙы аҙыҡ-түлектән тыш, өҫ һәм аяҡ кейеме, һауыт-һаба, башҡа көнкүреш әйберҙәре әҙерләү өсөн сеймал менән тәьмин иткән. Шулай уҡ төп эш көсө һәм күсенеү сараһы булған. Улар бигерәк тә һыбай йөрөү, өйөрҙө һаҡлау, сауҙала һәм хәрби походтарҙа киң файҙаланылған.
Башҡорт атлылары 1812 йылғы Ватан һуғышында үҙҙәрен бик яҡшы күрһәткән. Башҡортостандың Дәүләт архивында рус халҡы менән бергә Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яугирҙарының хәрби традициялары хаҡында бәйән иткән документтар һаҡланған. 1962 йылда улар «Совет Башҡортостаны» газетаһында баҫылып сыҡҡан.

Баҫма мәғлүмәттәре буйынса, 1812 йылда Башҡортостанда тулыһынса үҙ халҡы иҫәбенә ҡоралланған егерменән ашыу атлы полк ойошторолған. «Өҫтәүенә һәр яугирҙың — ике аты, ә төп ҡоралы — уҡ-һаҙаҡ булған».

Виктор Мурсалимовтың һәм Барый Сатыевтың «Башҡорт аты» китабында ла башҡорт атлыларының хәрби даны ентекле һүрәтләнә.

«Француз генералы де Марбо үҙенең мемуарҙарында башҡорт атлыларына бер ниндәй юл да ҡамасау түгел, тип яҙған. «Улар һағыҙаҡ күсе шикелле бөтә ерҙән килеп сыға. Уларҙы ҡыуып етеү бик ауыр», — тип француздың һүҙҙәрен килтерә авторҙар.

Китапта шулай уҡ 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында башҡорт атлыларының үҙҙәрен мәңгелек данға күмеүе тураһында әйтелә. Ошо йылдарҙа республиканың халыҡ хужалығы Ҡыҙыл Армияға 50 меңдән ашыу ат ебәргән.
Башҡорттар балаларҙа бәләкәйҙән үк хәрби хеҙмәт күнекмәләре тәрбиәләгән: һыбай йөрөргә, көрәшергә, уҡтан атырға өйрәткән, тип билдәләй авторҙар. Өҫтәүенә, бөтә башҡорттар ҙа, енесенә һәм йәшенә ҡарамайынса, һыбай йөрөгән. Йәш балалы ҡатын-ҡыҙҙар уларҙы ҡуйындарына ултыртып, билдәрен ҡушаҡ менән быуып ҡуйған. Ошондай шарттарҙа үҫкән башҡорт балалары 2–3 йәштә үк атта ултырырға өйрәнгән, ә 5–7 йәшлек малайҙар үҙҙәрен егет тип һанаған.
« Киң таралған милли ат – спорт уйындары һәм бәйгеләр ҙә аттарҙа йылдамлыҡ тәрбиәләүгә булышлыҡ иткән. Байға башҡорттарҙа ҙур популярлыҡ менән файҙаланған, ул яҙғы баҫыу эштәре тамамланғас, һабантуй көндәрендә уҙғарылған»,
«Башҡорт аты» китабынан.
Тарих фәндәре кандидаты Мансур Зәйнуллин башҡорттарҙа йылҡысылыҡ буйынса тикшеренеү эшендә хатта хәҙер, цивилизация быуатында, йылҡысылыҡтың үҙенең әһәмиәтен юғалтмауын, шәхси-фермер хужалығын ойоштороуҙа, халыҡты сифатлы ит һәм ҡымыҙ менән тәьмин итеүҙә ҙур роль уйнауын, башҡорттарҙың рухи һәм спорт тормошонда мөһим урын биләүен билдәләй.
БӘЙГЕ

«…Ҡайҙа ла ғына бармай, ниҙәр күрмәй...

Ир-егеткәй менән ат башы»

башҡорт халыҡ йыры «Азамат».

Күмәк спорт ярыштары, уйындар һәм мул һыйлы табындар быуаттар буйына башҡорт байрамдарының үҙенә генә хас үҙенсәлеге булып ҡала. Ҡағиҙә булараҡ, улар «Һабантуй», «Йыйын», «Туй» һәм башҡа байрамдар ваҡытында үткәрелгән.

Байрам өсөн йылға йәки күл буйындағы матур аҡланды һайлағандар, унда тирә-йүндән бик күп халыҡ йыйылған. Һәр ғаилә күсереп йөрөтмәле тирмәлә урынлашҡан.

Күмәк уйындар, әйлән-бәйлән һәм спорт ярыштары ойошторолған. Әйтәйек, тоҡ кейеп йүгереү, арҡан тартышыу, уҡтан атыу, көрәш, һәм, әлбиттә, ат сабышы йәки, башҡорттар әйткәнсә, «бәйге».
Тәүҙә кесе бәйге уҙғарылған, унда йышыраҡ 6–12 йәшлек малайҙар ҡатнашҡан. Һуңынан егеттәрҙең һәм йәш ир-егеттәрҙең оло бәйгеһенә сират еткән. Араның оҙонлоғо 3–7 саҡрым тәшкил иткән.

Сабыштар кискә табан, эҫе һүрелгәс кенә башланған. Алыҫта һыбайлылар күренеү менән ярыштың башҡа төрҙәре (көрәш, тоҡ кейеп йүгереү) туҡтатылған һәм бөтәһе лә юлдың ике яҡ ситенә теҙелеп, ҙур ҡыҙыҡһыныу һәм тулҡынланыу менән яҡынлашып килеүселәрҙе күҙәткән.
Ҡолғаға сигелгән аҡ яулыҡты кем беренсе булып эләктергән, шул еңеүсе тип һаналған. Байрамдан бер кем дә бүләкһеҙ ҡайтырға тейеш түгел тип, ғәҙәттә, бөтә һыбайлыларҙы һәм сапҡырҙарҙы бүләкләгәндәр.

Республиканың ҡайһы бер райондарында «Ҡыҙ ҡыуыу» тигән туй йолаһы таралған. Һыбайлы егет атта ултырған ҡыҙҙы ҡыуып етеп үбергә йәки уның ҡулындағы яулығын тартып алырға тейеш булған.

Риүәйәт буйынса, аҡҡош-ҡыҙ атта елгән, ә уны егет-бөркөт ҡыуып еткән. Әгәр ул ҡыуып етә алмаһа, кире яҡҡа егет алдан төшкән, ә ҡыҙ уны эҙәрлекләгән һәм ҡамсы менән бүркен һуғып төшөрөргә тырышҡан. Бүрке төшөп ҡалһа, был егет өсөн мәңгелек хурлыҡ булған. Был быуаттар буйына егеттәргә, ҡайһы берҙә ҡыҙҙарға ла үҙҙәренең саялығын, һыбай йөрөү оҫталығын, ҡыйыулығын һәм таһыллығын күрһәтергә мөмкинлек биргән уйындарҙың береһе.
Республиканың көньяғында ХVIII быуаттың икенсе яртыһынан бер нәҫел-ырыуға ҡараған бер йәки бер нисә ауыл халҡы араһында «Бәйге» байрамы йәшәп килгән. Ул сәсеү һәм бесән ваҡыты араһында ойошторолған.
«Башҡорт далаларына рус яҙыусыһы Лев Толстой ҙа килеп йөрөгән һәм оҙаҡ йылдар башҡорттар менән аралашҡан. Башҡорттарҙың ат ярыштарын яратыуын белеп, ул ҡиммәтле бүләктәр менән сабыштар ойошторорға хәл иткән. Ошо хәбәр тиҙ арала тирә-йүндәге ауылдарҙы урап сыҡҡан һәм бер нисә мең башҡорт, ҡырғыҙ, Урал казактары, рус крәҫтиәндәре тәғәйенләнгән көнгә килеп тә еткән. Был сабыштар хәрби байрамға әүерелгән. Ҡатнашыусылар һәм тамашасылар ике көн буйына байрам иткән, ҡымыҙ эскән, һарыҡ, йылҡы ите менән һыйланған. Кистәрен көрәш һәм башҡа ярыштар ойошторолған, уларҙа Лев Толстой ҙә әүҙем ҡатнашҡан», – тип һүрәтләй ошо көндәрҙәге ваҡиғаларҙы Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Морат Рәхимғолов «Бельские просторы» журналында баҫылып сыҡҡан мәҡәләһендә.

Әмир Арыҫланов. «Лев Толстой Башҡортостан далаларында».
Беҙҙең көндәрҙә

Тәү ҡарауға, кескәй , әкрен ул,
Юҡ үҙендә артыҡ матурлыҡ.
Бөтә кешеләрҙе таң ҡалдырҙы
Башҡорт атындағы батырлыҡ!

Ғилемдар Рамазанов

Ат сабышы һәм юртаҡтар ярышы бөгөн дә Башҡортостанда ҙур абруй менән файҙалана. Улар «Һабантуй», «Салауат йыйыны» байрамдары программаһына индерелә һәм спорт ярыштарының мауыҡтырғыс төрө тип иҫәпләнә.

Беҙҙең көндәрҙә сабыштарҙа башлыса аттар үрсеткән фермерҙар ҡатнаша. Байрамдың спорт өлөшө сабыштар менән башлана, унда, ҡағиҙә булараҡ, бөтә ҡатнашыусылар йыйыла. Күпселек тамашасылар өсөн был ҡыҙыҡлы тамаша ғына түгел, бында һәр кем уның һөҙөмтәһен: кемдең аты иң етеҙе, түҙемлеһе һәм кем уның лайыҡлы һыбайлыһы булырын көтә. Был ҡыҙыҡһыныу ырыуҙар берҙәмлеге тойғоһо менән аңлатыла.

Урынды үҙенсәлегенә ҡарап, түңәрәк майҙан йәки тура аралыҡ һайлана. Аттарҙың бөтәһен дә бер юлы ебәрәләр, шуға күрә сабыштар баштан уҡ киҫкен һәм көсөргәнешле көрәшкә әүерелә. Күп кенә аттар, айырыуса түңәрәк майҙанда, көсөргәнешкә түҙмәйенсә, юлдан сыға. Фиништан һуң комментатор шунда уҡ еңеүселәрҙе (аттың ҡушаматын, һыбайлының исем-шәрифен, фермер хужалығын) иғлан итә.
Һәүәҫкәр ярыштарҙан тыш, хәҙер республикала аттарҙың спорт өсөн әһәмиәте лә арта бара, быға күберәк Өфөнөң «Аҡбуҙат» ипподромы булышлыҡ итә. Ул башҡорт эпосы геройы, ҡанатлы ат хөрмәтенә аталған. Ипподром 1982 йылда, Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуының 425 йыллығы билдәләнгән саҡта асылған. Шул ваҡыттан алып бында Рәсәй, төбәк-ара һәм республика ярыштары уҙғарыла.

Әйтәйек, быйыл тәүге тапҡыр Өфө ипподромында республиканың 100 йыллығына арналған «Терра Башҡортостан» республика ат-спорт турниры үтте. Бәйгелә 54 район ҡатнашты. Башҡортостан башлығы бүләгенә финал ярышы 2019 йылдың 11 октябрендә уҙҙы. Унда Күгәрсен районынан 13 йәшлек Денис Ҡорбанаев еңеү яуланы.
««Терра Башҡортостан» – һәүәҫкәрҙәр ярышы. Бында жокейҙар ролендә спорт категорияһына эйә булған профессионалдар түгел, ә 13 йәштән өлкән һәүәҫкәрҙәр сығыш яһай. Төп маҡсатыбыҙ – башҡорт тоҡомло аттарға иғтибарҙы йәлеп итеү, йәш һыбайлылар һәм жокейҙар тәрбиәләү, тармаҡҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу»,
Владимир Артамонов, «Аҡбуҙат» ипподромы директоры урынбаҫары, турнирҙың судьялар коллегияһы ағзаһы.
Шуға бәйле республикала, башҡа илдәрҙәге милли тоҡомло аттар хөрмәтенә ойошторолған байрамдар кеүек, Башҡорт аты көнөн булдырырға тәҡдим ителә. Был атлы һәм агротуризмды үҫтереүгә этәргес бирер, тоҡомдоң абруйын арттырыр, республиканың үҙенең мираҫы менән ғорурланыуын күрһәтер, тип иҫәпләй республика йылҡысылары.
Белешмә
Башҡортостан йылҡы һаны буйынса илдә лидерҙарҙың береһе булып тора. Иң күп йылҡы малы Урал аръяғында. 2018 йылда республикала 121,5 мең ат иҫәпләнгән, ике йылда уларҙың иҫәбен меңгә арттырыу күҙаллана. Ошо маҡсатта республика властары «2018–2020 йылдарҙа йылҡысылыҡты үҫтереү» программаһын әҙерләне, уның сиктәрендә предприятиелар һәм фермерҙар 100 миллион һум самаһы аҡса алырға мөмкин. Республикала башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеү менән биш тоҡомсолоҡ заводы һәм 10 тоҡомсолоҡ репродукторы шөғөлләнә, предпритиеларҙың икәүһе – дәүләттеке, ҡалғандары – шәхси.
Халыҡ ижадында, әҙәбиәттә һәм сәнғәттә башҡорт аты образы

Аҡбуҙымды мин төшөмдә күрҙем:
Тарһынып ул ҡырҙар киңлеген,
Ярһынып ул, башын сайҡай-сайҡай,
Асып инде бүлмәм ишеген.


Мостай Кәрим
Борон башҡорттар үҙҙәренең тормошон аттан башҡа күҙ алдына ла килтермәгән. Ат башҡорт өсөн именлекте, ғаиләнең етешлеген аңлатҡан, ғорурлыҡ билдәһе, бойондороҡһоҙлоҡтоң кәүҙәләнеше булып торған. Шуға башҡорт халыҡ ижадында ат образы һәм уны илаһилаштырыу айырым урынды биләй.

Башҡорт һүҙ сәнғәтенең ҡомартҡыһы тип йөрөтөлгән «Урал батыр» һәм «Аҡбуҙат» эпостарында ҡанатлы Аҡбуҙат бәләгә тарыған кешеләргә ярҙам итә. Эпос йәнлектәргә ҡарата аяуһыҙлыҡты кире ҡаға һәм гуманизм принцибын раҫлай.

Боронғо башҡорттарҙың уйлауынса, бер кем дә толпарҙың ҡанаттарын күрергә тейеш түгел. Әгәр батыр толпарҙың ҡанаттарын күрһә, ат һәләк була. Шуның өсөн хөрәфәттәргә ышанған башҡорттар төндә йылҡы көтөүенә килгән ваҡытта, толпар йәйгән ҡанатын йы­йып өлгөрһөн өсөн, уны тамаҡ ҡырып йәки та­уыш биреп иҫкәрткән. Йылҡысыҡҡан күле легендаһында ла ошо хаҡта әйтелә.
Бөрйән районында таралған риүәйәттәр буйынса, бөтә донъяға билдәле Шүлгәнташ мәмерйәһе Аҡбуҙаттың ҡаяла уйып яһалған һарайы булып тора.

Малсылыҡ менән шөғөлләнгән боронғо башҡорттарҙың ышаныуы буйынса, һәр йылҡы өйөрөндә йәки һыйыр көтөүендә бөтә өйөрҙөң йәки көтөүҙең именлеген һаҡлаған, үрсеүсәнлеген арттырған ҡотло мал булған.

Күп кенә башҡорт риүәйәттәрендә, йырҙарында, әкиәттәрендә, мәҡәл-әйтемдәрендә лә һыбай йөрөй белеүгә һәм аттарға һаҡсыл ҡарашҡа дан йырлана.
Мәҫәлән:
«Ирҙең юлдашы ла ат, моңдашы ла ат»,

«Ат ҡәҙерен белмәгән теҙгенен тотоп ултырыр»,

«Ирмен тигән ир эсендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр»,

«Кисеүҙə ат алмаштырмайҙар»,

«Атҡа менгəс, атаhын танымаған» .
Республиканың күренекле шағирҙары Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов, Ҡадир Даян, Тимер Йосопов һәм башҡалар башҡорт атына бағышлап шиғырҙар яҙған. Батыр һәм уның тоғро юлдашы ат образы башҡорт тарихи романында – Булат Рафиҡовтың «Ҡараһаҡал», Ноғман Мусиндың «Шунда ята батыр һөйәге», Зиннур Ураҡсиндың «Ҡарат» романдарында йыш осрай. Башҡорт әҙәбиәте классигы Фәрит Иҫәнғолов романдарының береһе «Ир-егеткәй менән ат башы» тип атала.

Шәжәрәләрҙә малсылыҡ хужалығының үҫеш тарихы, башҡорт йәмғиәтендә аттың роле тураһында мөһим мәғлүмәттәр тупланған.

Юрматы, Үҫәргән, Ҡыпсаҡ һәм башҡа ырыуҙарҙың шәжәрәләрендә башҡорттарҙың малсылыҡ менән шөғөлләнеүҙәре, ҙур йылҡы өйөрҙәре, бик күп аттары булыуы, Көньяҡ Уралдың киң далалары буйлап күсеп йөрөүҙәре хаҡында бәйән ителә.
Салауат Юлаев һәйкәле
Башҡорттарҙың милли батыры Салауат Юлаев һәйкәленең Башҡортостан символына әүерелеүе осраҡлы түгел. Был образ республиканың гербында ла урын алған.

Ауырлығы 40 тоннаға яҡын үҙенсәлекле һәйкәлдең авторы — Төньяҡ Осетия скульпторы Сосланбәк Тавасиев. Ул 1967 йылдың 17 ноябрендә Өфөлә Ағиҙелдең бейек ярына ҡуйылған. Хәҙер был Еропала иң ҙур ат статутяһы булып тора.

Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙанда байрамдар һәм башҡа ҙур саралар ойошторола. Унан алыҫ түгел Өфө амфитеатры урынлашҡан. Майҙан һәм амфитеатр – өфөләрҙең яратҡан ял итеү урыны, бында һәр ваҡыт халыҡ күп йөрөй.
Аҡбуҙат һәйкәле
Башҡортостандың Бөрйән районында «Урал батыр» һәм «Аҡбуҙат» эпостарында һүрәтләнгән мифик персонажға – Аҡбуҙатҡа һәйкәл ҡуйыу башланды. Суйын һынды танылған башҡорт скульпторы Өлфәт Ҡобағошовтың эскизы буйынса Силәбе өлкәһенең Кәҫле заводында ҡойғандар.

«Башҡорт эпостарында һүрәтләнгәнсә, беҙҙең Аҡбуҙ көмөшкә буялған, ҡеүәтле ҡанатлы, булат ҡылыслы, – тип хәбәр итте республиканың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин. –Башҡорт халҡының эпик әҫәрҙәренә ҡуйылған тәүге һәйкәл барыһына ла оҡшар һәм Башҡортостандың халыҡты үҙенә тартып торған иң күркәм урындарының береһенә әүерелер тип ышанам».
Подготовила
Альфия Аглиуллина
Фото и видео
Валерий Шахов, Олег Яровиков, Башкирская энциклопедия, НПЦ по охране и использованию недвижимых объектов культурного наследия РБ, телеканал БСТ
Верстка
  • Рената Вахитова
Дата
  • 5.12.19