Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
«Аҡбуҙат» эпосы:
яуызлыҡ менән көрәштән алып башҡорт ырыуҙары берләшеүенә тиклем
«Аҡбуҙат» – башҡорт фольклорының классик эпос өлгөһө, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадында ҙур урын алып тора. «Аҡбуҙат» Урал батыр һәм уның вариҫтары тураһындағы батырҙар хикәйәте циклына инә, Урал батырҙың ейәне Һәүбән хаҡында бәйән итә, «Урал батыр» эпосының логик дауамы.
Аҡбуҙат тәүҙә Урал батырҙың үҙенең аты булһа, һуңынан ейәне Һәүбәнгә күскән ғәҙәти булмаған ҡанатлы ат. Аҡбуҙатты һүрәтләгәндә әкиәти, фантастик элементтар өҫтөнлөк итә. Толпар күктә (йыһанда) тыуған һәм шунда үҫкән. Өйө лә шунда. Кешеләрсә һөйләшә, халыҡ менән уларҙың телендә аралаша ала. Шулай уҡ Аҡбуҙат утта янмай, һыуҙа батмай. Елдән етеҙ. Тояғы менән тауҙар аҡтарырға, диңгеҙ ярырға һәләтле.

Аҡбуҙат меңәр йыл буйы лайыҡлы батырҙы көтөп йәшәй. Көс-ғәйрәте буйынса үҙенә тиңде табыр өсөн күктән төшә. Һәм был «етмеш батман ауырлығындағы ташты күккә сөйөргә» көсө еткән Урал батыр булып сыға. Аҡбуҙат хужаһын танып, уның алдында баш эйә.

Урал батыр үлгәндән һуң Аҡбуҙат уның улына – Иҙел батырға эләгә, әммә Урал батырҙың яуызлыҡ яғына сыҡҡан ағаһы Шүлгән тарафынан урлана. Шулай итеп ҡанатлы толпар һыу аҫты донъяһына барып сыға һәм булат ҡылыс менән бергә уны Һәүбән яулағанға тиклем шунда ҡала.
«Аҡбуҙат» эпосының килеп сығышы
«Аҡбуҙат» эпосын башҡорт шағиры, драматург, фольклорсы, башҡорт әҙәбиәте классигы Мөхәмәтша Абдрахман улы Буранғолов (1888–1966) яҙып алған.

Ауылда уҡытыусы булып эшләгәндә Мөхәмәтша Буранғолов халыҡ ижадын йыйыу менән мауығып китә. 1910 йылда Ырымбур өлкәһе Этҡол волосы буйлап экспедицияға сыға (әлеге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы). Урындағы халыҡтан мистика, үткәндәр рухы менән һуғарылған, донъя яралыуы тураһындағы серҙәр менән тулы хикәйәләр ишетә.

Шундай факт билдәле: сәсәндәрҙең һөйләгәне тикшеренеүсе Буранғоловты шул ҡәҙәр хайран итә, рәхмәт йөҙөнән ул ауыл халҡына үҙенең атын бүләк итеп, йәйәү ҡайтырға сыға. Әгәр уның ысын мәғәнәһендә хазина – уникаль этнографик материалды ҡулға төшөрөүен иҫәпкә алғанда, был хаҡ ҙур булмай. Уны эшкәртеүгә Буранғоловҡа ун йылдан ашыу ваҡыт талап ителә.

Уҙған быуаттың 20-се йылдары башында Мөхәмәтша Буранғоловтың ҡаурыйынан Урал батыр һәм Аҡбуҙат тураһындағы эпостың тәүге варианты сыға.

Әйткәндәй, 1910 йылда Буранғолов Ғәбит сәсәндән «Аҡбуҙат» эпосының тәүге вариантын яҙып алған, ә 1917 йылда Ырымбур губернаһы Бөрйән волосының Бабалар ауылында (әлеге Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы биләмәһе) тағы бер халыҡ сәсәне Ғәтиәтулла Бикҡужин менән осрашҡан, тигән тарихи факттар бар. Унан ул «Аҡбуҙат» эпосының икенсе вариантын ишетә. Ике сәсәндең һөйләгәндәре Мөхәмәтша Буранғоловҡа «Аҡбуҙат» эпосы өҫтөндә эшләргә материал булып хеҙмәт итә.

Мөхәмәтша Буранғолов 1938 йылдан Башҡорт тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй. 1940 йылда СССР Яҙыусылар союзына инә, ә 1944 йылда Башҡорт АССР-ының Халыҡ сәсәне исемен ала.

«Аҡбуҙат» эпосының машинкала баҫылған тексы Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Ғилми архивында һаҡлана.
«Аҡбуҙат» эпосында нимә тураһында бәйән ителә
Үрҙә әйтелгәнсә, «Аҡбуҙат» эпосы – «Урал батыр» эпосының дауамы. Эпостың төп темаһы – батырҙың халыҡ бәхете өсөн көрәше, ғәҙеллек тантана итһен өсөн тырышыуы.

Эпостың төп геройы Һәүбән, ата-әсәһе үлтерелеп етем ҡалғас, атаһы Сура батыр, ҡартатаһы Иҙел батыр һәм ҡарт ҡартатаһы Урал батырҙың изге эшен дауам итә. Һыу аҫты батшаһының ҡыҙы Нәркәс уға Аҡбуҙатты ҡайтарырға һәм булат ҡылысты ҡулға төшөрөргә ярҙам итә. Шуның арҡаһында Һәүбән еңелеү белмәҫ көс-ғәйрәткә эйә була.

Аҡбуҙат ярҙамында Һәүбән яуыз дейеүҙәр һәм аждаһаларҙы еңеүгә, Шүлгәндең һыу аҫты батшалығын емереүгә, ата-әсәһен һәләк иткән Мәсем ханды еңеүгә һәм Ирәндек, Ҡатай, Ҡыпсаҡ, Табын, Тамъян, Төкләҫ һәм Юрматы батырҙарҙы ҡотҡарыуға ирешә. Иреккә сығарылған батырҙар башҡорттарҙың ете ырыуы башлығы булып китә.

Дошмандарҙы еңгәс, Һәүбән эпос башында уға Аҡбуҙатты ҡайтарырға ярҙам иткән Нәркәскә өйләнә.

«Аҡбуҙат» эпосында «Урал батыр» эпосының геройҙары: Һомай, Шүлгән, яуыз иблис Ҡәһҡәһә лә бар. Эпосҡа Аҡбуҙат үҙе лә, булат ҡылыс та күскән. Һәүбән Урал батыр аҙағына еткерә алмаған эштәрҙе тамамлауға өлгәшә, шуның арҡаһында ергә халыҡ хыял иткәнсә тыныслыҡ һәм хозурлыҡ ҡайта.

Шартлы рәүештә «Аҡбуҙат» эпосын ике өлөшкә бүлергә мөмкин. Береһендә Һәүбәндең халыҡ яҡлаусыһына әйләнгәнгә тиклемге тормош юлы һүрәтләнгән. Етемгә ауырлыҡтар һәм һынауҙар аша үтергә, иҫән ҡалыу өсөн көрәшергә тура килә. Тыуған ауылын ҡалдырғас, ул аслыҡтан үлмәһен өсөн уға үҙенең уҡ-һаҙағын биргән көтөүсене осрата. Һәм беҙ бөтөнләй икенсе Һәүбәнде – ҡыйыу һунарсы һәм мәргән уҡсыны күрәбеҙ. Артабан ул, Шүлгәндең ҡыҙы булып сыҡҡан алтын өйрәкте тотоп, уның ярҙамында Аҡбуҙатты ҡотҡара. Шулай итеп, эпостың шартлы беренсе өлөшө Һәүбәндең шәхси батырлыҡтарына арнала.
Эпостың икенсе өлөшөндә Һәүбән йәмғиәт өсөн әһәмиәтле эштәр башҡара, мифик донъяла – Шүлгән, реаль донъяла мәкерле һәм ҡаты бәғерле Мәсем хан йөҙөндә кәүҙәләнеш тапҡан яуызлыҡ менән көрәшә. Ошонда уҡ Һәүбән ата-әсәһенең үлеме тураһындағы ҡурҡыныс хәбәрҙе ишетә. Ябай халыҡты ҙур һалымдарҙан яҡлаған атаһын Мәсем хан йоҡлағанда һағалап тороп үлтерә, ә әсәһен хеҙмәтселәренә күлгә батырырға ҡуша.

Һәүбән Аҡбуҙат һәм булат ҡылыс ярҙамында Шүлгәнде еңеүгә һәм уның хеҙмәтселәре тарафынан урланған кешеләрҙе ергә ҡайтарыуға ирешә. Улар араһында ҡартайған әсәһе лә булып сыға. Шулай уҡ ул Мәсем ханды юҡ итеп, халыҡты уның иҙеүенән ҡотҡарыуға өлгәшә.

Халыҡ уға ҡанһыҙ батша йөҙөндәге ерҙәге яуызлыҡтан ғына түгел, һыу аҫты донъяһын юҡ итеп, мифик яуызлыҡтан ҡотҡарғаны өсөн дә рәхмәт уҡый. Һәүбәнгә артабан да ҡотҡарыусы ролендә сығыш яһарға һәм үҙ иленән ситтә яуыз көстәр менән көрәшергә тура килә. Ул Мәсем хан ҡоллоҡҡа һатҡан батырҙарҙы азат итә. Уның ярҙамында ете батырҙың барыһы ла тыуған иленә әйләнеп ҡайта.

Тыуған ергә ҡайтҡас, Һәүбән Уралда йәшәгән халыҡты йыйып, уларға оло байрам ойоштора. Ҡотҡарылған батырҙарҙы башҡорт этносының нигеҙен тәшкил итәсәк ете ырыу башлығы итеп ҡуя. Ә үҙе атаһы туплаған байлыҡты халыҡҡа таратҡан Нәркәскә өйләнә. Эпос ошолай бәхетле тамамлана.
Эпостың әһәмиәте
«Аҡбуҙат» эпосы рәсми рәүештә Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы объекттарына индерелгән. Ул башҡорт һүҙ сәнғәте ҡомартҡыһы.

«Аҡбуҙат» һүҙе күптән башҡорт телендә дөйөм билдә һәм сифаттарҙы туплаған атама исемгә әүерелгән. Ул башҡорттарҙың, ысын бәйге аттарының ҡанаттары бар, әммә уларҙы кешеләргә күрергә ярамай, юғиһә аттың тылсымлы көсө юғала һәм ул һәләк була, тигән ышаныуҙы сағылдыра.

Фольклорсы, яҙыусы, филология фәндәре докторы Салауат Әхмәҙи улы Ғәлин (1934–2010) 2004 йылда Өфөлә сығарылған «Башҡорт халыҡ эпосы» китабында Аҡбуҙаттың килеп сығышын ошолай аңлата: «Аҡбуҙат Шүлгән күленән ергә сыға, һәм был мотив, йәғни иң яҡшы тоҡомло аттарҙың күлдән сығыуы, башҡорт фольклорында киң таралған». «Һис шикһеҙ, Аҡбуҙат образы бик борон барлыҡҡа килгән. Генетик яҡтан ул төрки-монгол халыҡтары фольклорында киң таралған «йыһан аттары» культына бәйле, тип фаразларға мөмкин, – тигән фекерҙә ғалим. – Шул уҡ ваҡытта ҡанатлы ат-яҡлаусы образы башҡорт эпосы һәм батырҙар тураһындағы хикәйәттәрҙә ла таралған, һәм был мәжүсилек заманынан килгән яҡлаусы ат образы менән бәйле, күрәһең».
«Аҡбуҙат» эпосында ысынбарлыҡтағы тарихи факттар ҙа бар. Мәҫәлән, финалда башҡорт этносының үҙәген тәшкил иткән ете ырыуҙың берләшеүе тураһында һүҙ бара. Һәм был иҫбатланған тарихи факт. Бының фольклор әҫәрендә сағылыш табыуы эпостың бер генә быуын менән ижад ителмәүе, телдән телгә тапшырылғанда, эпосты башҡарған кешеләрҙең уға үҙенән нимәлер өҫтәүе тураһында һөйләй. Ләкин әҫәрҙең төп фекере – халыҡты берләштереү – үҙгәрешһеҙ ҡала килгән. Һәүбән бында ысын халыҡ геройы ролендә сығыш яһай. Кешеләргә изгелек эшләгәндә, ул бер ҡасан да үҙе, батырлыҡтары, дан һәм халыҡтан рәхмәт ҡаҙана алыуы тураһында уйламай. Ул иң элек халҡы тураһында хәстәрлек күрә һәм халыҡҡа хеҙмәт итеүҙән ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерә. Ошолар уға көс бирә лә инде.

Халыҡты берләштереү – «Аҡбуҙат» эпосының төп идеяһы. Айырыуса ул әҫәрҙең финал өлөшөндә асыҡ сағыла. Халыҡ берҙәмлектә көс булыуын, берләшкәндә генә ергә һәм азатлыҡҡа ҡулын һонған дошманға ҡаршы торорға мөмкин икәнен аңлай. Бер халыҡ та унһыҙ йәшәй һәм үҫешә алмаған Ватаның, үҙ ерең тураһындағы фекер ҙә көслө бирелә. Һәм бында көс-ғәйрәт урыны булып Урал тауҙары сығыш яһай. Улар – башҡорт халҡының органик өлөшө. Был халыҡ йәшәгән ябай географик нөктә генә түгел, этностың хәҙерге быуындарының ата-бабалар менән сакраль бәйләнешендә сағылған уларҙың рухи донъяһының өлөшө лә.
Театраль постановкалар
Рок-операның премьераһы Рус драма театрының 155-се юбилей миҙгелендә булды. Постановка Башҡортостан Башлығы гранты аҡсаһына тормошҡа ашырылды. Авторҙар коллективы алдында «Аҡбуҙат» эпосын популярлаштырыу бурысы ҡуйылғайны. Башҡорт халыҡ ижадының юғары өлгөһө хәҙерге тамашасылар быуынына аңлайышлы һәм яҡын булырға тейеш ине.

Рок-операның музыкаһы һәм хореографияһында төрлө жанр һәм стилдәр бар, ҡыйыу декорациялар һәм костюмдар файҙаланыла. Шулай уҡ сәхнәлә сюжетты һүрәтләгән һәм хикәйә атмосфераһын биргән 3D-проекция ҡулланыла. Күп декорациялар компьютер графикаһы нигеҙендә төҙөлгән. Һыу аҫты донъяһы мөхитен рәссамдар сәхнә күренешен ҡаплап үрҙән төшөрөлгән үтә күренмәле туҡыма ярҙамында еткерә. Аҡбуҙат сәхнәлә туҡымаға проекцияланған оло аҡ һүрәт итеп бирелә.

Рок-опера әле лә Рус драма театры репертуарында һәм тамашасыларҙың яратып ҡараған әҫәре булып ҡала.
«Аҡбуҙат» ипподромы
Өфө ипподромы данлыҡлы ҡанатлы толпар Аҡбуҙат исемен ғорур йөрөтә. Риүәйәткә ярашлы, башҡорт илендә йәшәгән бөтөн аттар ҙа ошо Аҡбуҙаттың тоҡомонан, имеш. Улар Урал батырҙың тоғро атының наказын хәтерҙә тота – һәр ваҡыт һәм һәр заман кешеләргә тоғро хеҙмәт итергә. Шуға ла Өфө ипподромы өсөн символик исем һайланған.

Өфө ипподромына был исем 1982 йылда, Башҡортостандың Рәсәй составына инеүенең 425 йыллығы уңайынан бирелә. Ул йылда ипподромдың яңы бинаһы асыла һәм ул реконструкция башланғанға, 2005 йылға тиклем тора.

2007 йылда, Башҡортостандың Рәсәй составына инеүенең 450 йыллығында, «RAUM Architects» япон фирмаһы проекты буйынса башҡарылған капиталь реконструкциянан һуң ипподромдың заманса бинаһы асыла.
Аҡбуҙатҡа һәйкәл
Башҡортостандың Бөрйән районында башҡорт эпостары һәм риүәйәттәрендә һүрәтләнгән Йылҡысыҡҡан күле янында мифик зат Аҡбуҙатҡа һәйкәл ҡуйылды. Урыны осраҡлы һайланмаған, сөнки күлдең атамаһы уҡ «йылҡы сыҡҡан күл» булыуын күрһәтеп тора.

Конкурс нигеҙендә билдәле башҡорт скульпторы Өлфәт Ҡобағошов эшләгән һәйкәл эскизы иң яҡшыһы тип танылды. Суйындан ҡойоу өсөн 2019 йылдың июнь башында Аҡбуҙат һәйкәленең гипстан эшләнгән моделе Силәбе өлкәһенең Кәҫле суйын ҡойоу заводына ебәрелгәйне.


Һәйкәлдең бейеклеге – 5 метр, Аҡбуҙаттың үҙенең бейеклеге – 3,5 метр, ҡанаттары араһындағы ара 3 метрҙы тәшкил итә. Аттың ауырлығы – 3 тонна самаһы. 6 ноябрҙә толпар тягачта Бөрйән районына килтерелде. Әлеге мәлдә һәйкәл «Шүлгәнташ» ҡурсаулығы биләмәһендә, данлыҡлы мәмерйәгә барған юл менән Йылҡысыҡҡан күле араһындағы майҙанда урын алды ла инде.
Башҡорт эпостарына нигеҙләнгән компьютер уйыны
Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы IT-белгестәре «Урал батыр», «Аҡбуҙат», «Иҙеүкәй менән Мораҙым» эпостары, шулай уҡ халыҡ легендалары һәм риүәйәттәре мотивтарына нигеҙләнгән компьютер уйыны өҫтөндә эшләй. «Зәрҡум» уйыны Minecraftҡа оҡшаған, персонаждары – башҡорт эпостары геройҙары. Уйын персонажы – йәш батырға – виртуаль донъя буйлап сәфәргә сығырға, яуызлыҡты еңеп, башҡорт халҡына тыныслыҡ яуларға мөмкинлек бирелә.

Шүлгәнташ мәмерйәһе, Асылыкүл һыу аҫты батшалығы һәм юғары донъя – Самрау батшалығы уйын локацияһы буласаҡ.
Елена Колоколова әҙерләне.
Фото: Андрей Старостин, Олег Яровиков, Елена Колоколова.

13.12.2019 й.