Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением.
ОК
Башҡорт халыҡ йыры
«Абдрахман-кантон»

оҙон көй
Башҡорт халҡы тарихында
кешеләрҙең хәтерендә мәңгелеккә уйылып
ҡалған бихисап хәл-ваҡиғалар булып уҙған.
Йылдар, быуаттар аша улар халыҡ йырҙары
оҙон көй аша бөгөнгәсә килеп еткән.
Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыуҙың традицион мәктәбе мотлаҡ йырҙың барлыҡҡа килеү тарихын белеү менән бәйле.

Былай иткәндә башҡарыусы шул замандың рухын тойоп, йырҙы тойғо һәм интонациялар менән байытып, быуаттар шаңдауын башҡарыу аһәңенә һеңдерә, тип иҫәпләнә.
Башҡорт халыҡ йыры «Абдрахман кантон»
йырының килеп сығыуы ла ҡанлы
тарих биттәре менән бәйле.
Аҡҡол Биктимеров 6-сы кантон начальнигы булып хеҙмәт итә (1798–1820), уның штаб-квартираһы Сибай ауылында урынлаша (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылы). Халыҡ араһында ҡанһыҙ һәм аяуһыҙ кантон булараҡ таныла. Кантон халҡы аяуһыҙлығы һәм баш-баштаҡлығы өсөн уны яратмай һәм бер нисә тапҡыр өҫтөнән шикәйәт яҙа. Табыш алыу маҡсатында ул төрлө һалымдар уйлап таба, уларҙың бер өлөшө уның кеҫәһенә инеп ята. Ҡануниәткә ярашһыҙ һалым һалғаны өсөн 1820 йылда вазифаһынан бушатыла.

Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы

Иҫке Сибай ауылы

Унан һуң 6-сы кантон начальнигы
булып улы Абдрахман Биктимеров
(1820–1826) ҡуйыла.

Атаһынан айырмалы, улы уның юлын ҡыумай, киреһенсә, халыҡты таламай, байҙар һүҙенә ҡарамай һәм бай ҡатламдың ҡәнәғәтһеҙлеген уята. Улары, үҙ сиратында, кантон начальнигы өҫтөнән ялған шикәйәтәр яҙа һәм тикшереү үткәреүгә өлгәшә. Себергә һөргөнгә ебреү тураһындағы ҡарар сыҡҡан көндө ул атҡа атланып йортона ҡасып өлгөрә.
Унда ул бер кемгә лә бер ни өндәшмәй, ҡатындары
Фәзилә һәм Мәхүбә менән бикләнеп, уларҙан бай табын ойоштороуҙарын үтенә. Бер нисә көн ул ҡатындары менән күңелле итеп байрам итә, бер мәл, бер ҡатыны аш-һыу әҙерләргә, ә икенсеһе ҡул йыуыу өсөн ҡомған алып килергә сыҡҡан мәлдә Абдрахман ағыу эсә һәм һәләк була. Уны ерләгәндән һуң ҡатындары йырсы һәм ҡурайсыларҙы саҡырып, уның хөрмәтенә ошо йырҙы яҙа.
(Баймаҡ районы, Басай ауылы. Ҡурайсы Кәрим Дияров һүҙҙәренә таянып Ғата Сөләймәнов тарафынан яҙып алынған)
Кәрим Мөхәмәҙи улы Дияров
Музыкант-ҡурайсы. Фольклор йыйыусы.
Ғата Зөлҡәфил улы Сөләймәнов
Совет осорондағы башҡорт актеры, йырсы, ҡурайсы, фольклор йыйыусы
һәм педагог. Башҡорт АССР-ның халыҡ, атҡаҙанған артисы, РСФСР- ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Һүрәт сығанағы: bv02.ru
«Абдрахман кантон» йыры тәүге тапҡыр 1894 й.
С. Г. Рыбаков тарафынан Ырымбур губернияһы Орск өйәҙендә
(Юлыҡ ауылы, Рәмиевтарҙың Солтан приискыһында Күсәй аулында,
Күлтабан күле эргәһендәге йәйләүҙә) билдәле ҡурайсы
Абдрахман Үҙәнбаевтан яҙып алына.
Күлтабан (Яугүл) — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районындағы күл.
В.Сафонов фотоhүрәте.
С.Г.Рыбаков йырға түбәндәге аңлатма бирә:

Абдрахман – 1-се кантон начальнигы,
уны иҫерткәнсе эсерәләр һәм ул һәләк була.
Йыр төрлө варианттарҙа уның «Урал мосолмандарының музыкаһы
һәм йыры көнкүреш очерктары» китабында донъя күрә.




1893 йыл этнографик маҡсатта көнсығыш Рәсәй һәм Төркостан буйлап
сәйәхәт иткән. Урал-Волга буйы төбәге этнографик экспедицияларында
ҡатнашҡан, шул иҫәптән 1893, 1894 һәм 1896 йылдарҙа Башҡортостан
буйлап сәйәхәт иткән. Экспедицияларҙан һуң Рыбаковтың башҡорт музыкаль
фольклоры хаҡындағы бер нисә фәнни яҙмаһы, шулай уҡ тауыш, хор һәм
фортепиано өсөн эшкәртелгән бер нисә башҡорт, татар һәм рус халыҡ
музыкаһы әҫәрҙәре баҫылып сыға.

Сергей Гаврилович Рыбаков
Этнограф, фольклорсы.
Тарих, тыуған яҡты өйрәнеү, фольклористика һәм музыкаль этнография буйынса белгес.
С. Г. Рыбаков китабының титул бите.
Шулай уҡ «Абдрахман кантон» йыры варианттары ғалимдар Л.Н. Лебединский, М. М. Вәлиев,
С. Ә. Галин һ.б. тарафынан яҙып алынған.

Унар ғына һумлыҡ, ай, ун аҡыҡ,
Егет, һалдыр эйәр ҡашыңа.
Атам дуҫы тиеп ышанма, егет,
Атаң дуҫы етер башыңа.
Унар ғына һумлыҡ ун аҡыҡлы
Эйәрең булыр, егет, ат булһа.
Яҡын күргән дуҫтан яманы юҡ,
Ауыр саҡта һиңә ят булһа.
Унар ғына һумлыҡ, ай, ун аҡыҡ
Кәрәге юҡ эйәр ҡашыңа.
Атам дуҫы тиеп ышандың, егет,
Шул дуҫ етте һинең башыңа.
Был вариант 1936 йылда М.М.Вәлиев тарафынан билдәле ҡурайсы Ғиниәт Ушановтан яҙып алынған. БХЙ Йырҙар, 1995.

Йыр лиро-эпик характерлы, унда
мәкер һәм хыянат
темаһы сағылыш
таба.
Юғары ноталарҙа өҙөк-өҙөк башҡарыу йырға үҙенсәлекле аһәң өҫтәй. Орнаментлаштырылған көйләү һалмаҡ, ҡайғылы башҡарылыуы менән айырылып тора. «Абдрахман кантон» йыры
Р.Ә. Мортазин тарафынан скрипка менән оркестр өсөн эшкәртелгән, М.З. Бәширов «a cappella» хоры өсөн, Н. Ғ. Сабитов хор өсөн әҙерләгән. Көй
М.М. Вәлиев һәм Н.И. Пейко менән «Айһылыу» операһында, Н. Ғ. Сабитов тарафынан «Гөлнәзирә» балетында ҡулланылған.
Йәнбәков Рамазан Фәтхулла улы – Башҡорт АССР-ның
атҡаҙанған артисы (1971), Башҡорт АССР-ның халыҡ артисы (1982), «Гәлсәр һандуғас» музыкаль телевизион фестивале лауреаты (2004), Башҡортостан Республикаһы Почет
грамотаһы менән бүләкләнгән (2004).
Ҡулланылған әҙәбиәт:

  1. Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. Өфө, 1995.
  2. Сөләймәнов Ғ.З. «Халыҡ йырҙары тарихы» ҡулъяҙмаһы, 1947.
Ссылки:

  1. wikipedia.org